Ҡайҙа рөхсәтһеҙ йорт төҙөлә?18.10.2012
Алданған өлөшсөләрҙең артыу хәүефенә бәйле Өфө ҡалаһы хакимиәте үҙенең сайтында эшмәкәрлеген законды боҙоп тормошҡа ашырған төҙөүселәрҙең “ҡара исемлеге”н баҫтыра башланы.

Өфө ҡалаһы хакимиәте төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусыларҙы һаҡ булырға өндәй. Әле баш ҡала биләмәһендә рөхсәтһеҙ бер нисә торлаҡ йорт һалына. Улар иҫәбенә Өфөнөң Киров районындағы Ҡариҙел биҫтәһендә урынлашҡан 1-се торлаҡ йорт (төҙөүсеһе — “Ағиҙел-Сервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте) инә. Йорт әле әҙер тиерлек, биҙәү эштәре бара. Өфөнөң Октябрь районындағы 9-сы Сипайлово биҫтәһендә Баязит Бикбай урамындағы 27/1-се йорт төҙөлөшөнә лә рөхсәт бирелмәгән. Уны “Бриз” предприятиеһы һала. Төҙөүселәр, рөхсәт бирелмәүгә ҡарамаҫтан, эшен дауам итә. Менделеев, Кувыкин һәм Баҡалы урамдары киҫелеше эргәһендәге административ-торлаҡ комплексында “Меркурий” йәмғиәте 5-се торлаҡ йорттоң “Л” секцияһын рөхсәтһеҙ төҙөй. Йорт өсөнсө ҡатҡа тиклем һалынған. Был йорттарҙың береһенең дә документтары юҡ.
Шул уҡ ваҡытта алданмау өсөн бер нисә ҡағиҙә бар. Өфө хакимиәтенең рәсми сайтындағы “Башҡа документтар” киҫәгендә (“Норматив-хоҡуҡ акттары” рубрикаһы) буласаҡ өлөшсөләр өсөн иҫкәрмә урынлаштырылған.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад