“Ҡояшлы”ның офоҡтары яҡтыра18.10.2012
Төбәктә торлаҡ төҙөлөшөнә аҡса һалып алданыу мәсьәләһе киләһе йылда көн үҙәгенән төшәсәк, тип белдерҙе Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфө ҡалаһы хакимиәтендә үткән кәңәшмәлә. Был саранан алда ғына республика башлығы баш ҡала буйлап йөрөп, “Ҡояшлы”, “Күктең етенсе ҡаты”, “Йәшел яр” торлаҡ комплекстарына ингән “һаҡаллы төҙөлөштәр” менән танышҡайны. Мушников һәм Баландин урамдарында оҙаҡ йылдар дауамында һалынып, инде йәшәүгә яраҡлы булған өйҙәр өсөн халыҡтан рәхмәт яуҙы.

Хакимиәттәге осрашыуға төҙөлөш ойошмалары етәкселәре лә, алданған өлөшсөләр ҙә килде. Президенттың әйтеүенсә, Баҡалы урамындағы “Ҡояшлы” биҫтәһендә, бигүк йылдам булмаһа ла, эш бара, ҡайһы бер йорттар буйынса аныҡ ҡарар бар, шуға ла бында төҙөлөштөң 2013 йылда тамамланырына ышанырға мөмкин. “Йәшел яр” комплексының хәле ҡатмарлыраҡ — ул рейдерҙар һөжүменә дусар булған. Ләкин Рөстәм Зәки улы уның да яҙмышы ыңғай хәл ителәсәген билдәләне.
— Юристар, хоҡуҡ белгестәре ҡатнашлығындағы етди көрәш көтә. Торлаҡ йортто өлөшсөләр алдында бер ниндәй яуаплылыҡ тоймаусы компания үҙләштергән. Улар өйҙө төҙөп бөтөп һатырға һәм ысын хужалары менән иҫәпләшмәҫкә уйлай, — тине Президент. — Әммә был ниәттәре барып сыҡмаясаҡ, һис шикһеҙ, власть алданғандарҙың мәнфәғәте һағына баҫасаҡ. Ябай кешеләрҙең хоҡуғын яҡлау өсөн иң ҡаты сараларҙы ла ҡулланырға әҙербеҙ.
Рөстәм Зәки улының һүҙҙәренсә, алданғандар араһында бер нисә өйгә дәғүә итеүселәр күп кенә, хатта 15 фатир өсөн түләгәндәр ҙә бар, ләкин иң тәүҙә йәшәр урыны булмағандарҙы өйлө итеү хәстәре күреләсәк. “Алыпһатарлыҡ менән шөғөлләнергә теләгәндәрҙең мәнфәғәте икенсе, өсөнсө сиратҡа тороп ҡалһа ла ярай”, — тине ул.
Торлаҡ төҙөлөшөнә аҡса һалып алданғандарҙың инициатива төркөмө вәкиле Андрей Столяров бәләгә тарығандарҙың барыһы исеменән Рөстәм Хәмитовҡа ярҙамы өсөн рәхмәт әйтте. “Ғәйепләнеүсе кешеләрҙе енәйәт эшен тикшереү барған осорҙа ла иреккә сығарырға ярамай, сөнки уларҙың төҙөлөшкә кире йоғонто яһарға һәм алданғандарға зыян итергә маташыуы ихтимал, — тип белдерҙе ул. — Торлаҡ төҙөлөшө фонды, йорттарҙы һалып бөткәс, беҙгә фатирҙарҙы баҙар хаҡына ярашлы тәҡдим итеүе ихтимал, тип тә хәүефләнәбеҙ”.
— Был фонд — килем алыуҙы төп маҡсат иткән коммерция ойошмаһы түгел. Беҙҙең бурыс — һеҙҙең мәсьәләне хәл итеп, фатирҙарығыҙҙы ҡайтарыу. Проблеманы яйға һалыу өсөн күп сығым түгелә, шул иҫәптән ҡаҙна аҡсаһы тотонола, — тип яуапланы Президент. — Өфөләге ун йортто төҙөүҙе тамамлауға яҡынса 2-2,5 миллиард һум талап ителә.
Әйткәндәй, республикалағы 25 “проблемалы йорт”тоң 19-ы баш ҡалала ине, былтыр шуның 11-е файҙаланыуға тапшырылды, тағы икәүһенең яҙмышы халыҡты күсереү юлы менән хәл ителде. Быйыл тағы ла күп ҡатлы ике йорт сафҡа инәсәк. Дөйөм алғанда, алданған өлөшсөләр яҡынса мең кешегә кәмегән.
Я. УСМАНОВ.


Вернуться назад