Сират уҡытыусығамы?18.10.2012
Элегерәк Халыҡ-ара уҡытыусылар көнөн киң билдәләй торғайныҡ. Яңылышмаһам, хатта ҡыҙыл дата ла булды. Бөгөн дә уҡытыусыға ихтирам, хөрмәт бар, әммә ул тоноҡлана төштө, иғтибар кәмегән кеүек.
Мәғариф өлкәһендәге ҡулайлаштырыу сәйәсәте хәлде ҡатмарлаштырҙы. Шуға күрә кисәге уҡытыусыларҙың, йәғни бөгөнгө эшһеҙҙәрҙең байрам кәйефе булыуы икеле.
Башҡортостан Президентының блогында Белем көнөнә арналған мәҡәләлә шундай юлдар бар: "200 меңдән ашыу кеше юғары һәм махсус урта уҡыу йорттарында белем ала..." Йәштәрҙең һөнәр алырға ынтылыуы бик һәйбәт. Әммә миҙалдың икенсе яғы ла бар. Уйға һалғаны. Бөгөнгө студенттарҙың яртыһынан ашыуы, моғайын, гуманитар йүнәлеште һайлағандыр. Тимәк, мәктәпкә барасаҡтар. Ә унда йәш белгестәргә эш булырмы? Хәҙерге көндәге хәл бер ҙә өмөт уятмай. Балалар кәмей тигән һылтау менән мәктәптәрҙе ябалар, филиалға әйләндерәләр, хеҙмәткәрҙәрҙе, уҡытыусыларҙы ҡыҫҡарталар...
Ҡырағай баҙар иҡтисады колхоз һәм совхоздарҙы юҡҡа сығарғас, ауылдағы ир-ат, ғаиләләр эш эҙләп ситкә китергә мәжбүр булды. Хәҙер сират уҡытыусыларға еттеме инде?
У. ЙӘНБӘКОВ.
Баймаҡ районы.


Вернуться назад