“Аҡсаһын түләп тә тауарҙы алып булмай”18.10.2012
Күмертауҙан Фәүзиә Ишкинина ҡалала матбуғат баҫмаларын таратыуҙағы аңлашылмаусанлыҡ, “Башҡортостан” гәзитенең даими килмәүе хаҡында (17 август, 161-се һан) борсолоп яҙғайны.
Башҡортостандың “Рәсәй Почтаһы” федераль дәүләт унитар предприятиеһының директор урынбаҫары Л. Шафиҡов редакцияға был хат буйынса етди тикшереү үткәрелеүе, Күмертау почтамты етәкселегенә кәмселектәрҙе бөтөрөү, матбуғат баҫмаларын таратыуҙы йәнләндереү, почтальондарҙы матди яҡтан ҡыҙыҡһындырыу йәһәтенән күрһәтмә бирелеүе хаҡында хәбәр итте.


Вернуться назад