Мәсетле районындағы йәмле Ыйыҡ йылғаһы буйында ятҡан Тайыш ауылында йәшәгән Менәүерә апай Кәлимуллина 60 йыл инде “Башҡортостан” гәзитенән айырылмай.
— Төп милли баҫмабыҙ — республиканың көҙгөһө. Унһыҙ нисек йәшәмәк кәрәк! — ти ул.
Менәүәрә апайға мәктәптә уҡырға тура килмәгән. Шуға күрә барлыҡ ғилемде милли баҫмабыҙҙан алған.
— Белем шишмәһе ул “Башҡортостан”, — ти хәҙер инде 92 йәшен тултырған ағинәй. — Бөгөн дә һәр һанын ашҡынып көтөп алам, бер мәҡәләне лә ҡалдырмай танышып сығам. Яҙмаларҙа милләттәштәремдең һулышын тоям, ҡыуаныс-шатлығын, аһ-зарын ишетәм, улар менән бергә һөйөнәм дә, көйөнәм дә. Ғөмүмән, һәр башҡорт “Башҡортостан” гәзитен алдырырға тейеш. Төп милли баҫмабыҙға битарафлыҡты халыҡҡа ҡарата ейәнәт эшләүгә тиң күрәм.
Ләлә БЕЙЕШЕВА.