Таш зыярат — изге урын18.10.2012
Таш зыярат — изге урынҠайҙа барһаң да, ошо төбәктең үҙенсәлекле тәбиғәте, ер-һыуы менән танышаһың, халҡының ғөрөф-ғәҙәте ҡыҙыҡһындыра. Кемгә нисектер, миңә ҡалһа, тарихи, изге тип һаналған урындарҙы күрге, уларға бәйле риүәйәттәрҙе тыңлағы килә.

Танып ауылына инер саҡта иғтибарҙы зыярат эсендәге ҡыҙыл кирбестән һалынған “йорт” йәлеп итә. Халыҡ уны “Таш зыярат” тип йөрөтә икән. Ошо мавзолей-йорт эсендә ҡәберҙәр ҡаҙылып, дини кешеләр ерләнгән.
— Мәвзәлий, без аны “таш зират” тип кенә йөртәбез. Аны төзеткән инде хәзрәт безнеке — Нурула хәзрәт. Аса урыслары килеб эшләгәннәр элекке вакытта. Кирпечләрне алып килгәннәр. Хәзрәт аны үзе өчен, балалары өчен эшләтте. Хәзрәт жирләнмәде ул, үзе Красноуфимский районында жирләнде. Байларны, муллаларны раскулачить иткәндә куркып качкан. Затларынан инде прсидәтел булып эшләгән Зиаф исемлене соңлап жирләп куйдык. Хәзер анда урын юҡ, аларның затлары — Нурмухаметов, — тип һөйләне һуңынан ауыл аҡһаҡалы, 80 йәшлек Ғәбделйән Ятҡолов.
Мавзолей-зыярат һәр ауылда ла юҡ. Шул ҡыҙыҡһыныу район үҙәге Барҙаға барғас та ҡанманы. Ул саҡтағы “Таң” гәзитенең мөхәррир урынбаҫары, Танып ауылы ҡыҙы Мәүлиҙә Кареева уҡытыусы Ғарифулла Нурмөхәмәтов төҙөгән альбомды күрһәтте. Мәрхүм Ғарифулла бабай ауылының тарихи ваҡиғаларын теркәп ҡалдырған икән. Гәйнәләргә ҡағылышлы бай материал туплаған. Альбомда “таш зыярат” эсенә ерләнгәндәрҙең исем-шәрифе лә бар. Яҙыуҙар шунан ғибәрәт: “1885. 18.VII. Ибраһим хәзрәт Шаһиморат улы. Ҡазанда Ҡашҡар ауылында хаж ҡылғанда бул көннәрдә вафат. Хәйерзаман мулла Гаптай улы Әлгәнәви. 1879 ел. Изге ханым Ғайникамал мулла Билал ҡызы донъяға килгәндә мәңгегә ташлап китә...”
Ҡәҙерләп, бик ҡәҙерләп һаҡлай таныптар таш зыяратты. Кирбестәре электән һалынһа ла, йүнәтеү эштәре үткәрелеп тора. Мавзолейҙың ишектәре, түбә рәшәткәләре буялған, тирә-яғы тәртиптә тотола.
Ауыл бик боронғо. Яҙма сығанаҡтарҙа Танып тәү тапҡыр 1753 йылда ғына телгә алына. Уның исеме гидроним йәки этнонимға бәйле тип күрһәтелә. Ләкин был ауылға нигеҙ шул йылда һалынған тигәнде аңлатмай. Ғөмүмән, башҡорт ауылдарының тарихы тәрәнгә китә. Урыҫ сығанаҡтарына — документтарға ғына улар һуңғараҡ килеп кергән. Бөгөн тарих һөйләүсе ҡарттар донъя ҡуйып бөтөп бара. Ләкин ҡайһылары белгәндәрен мәңгегә алып китмәй — һөйләп ҡалдыра. Тик беҙгә — йәшерәк быуынға — тыңлай ғына белергә кәрәк. Танып буйынса Ғәбделйән бабай ошоларҙы һөйләне (һөйләү телен үҙгәртмәйенсә бирәм): “Ауылның тарихы безнеке хәзер бер жите йөз инде, алты йөз илле йыл юк тигәндә генә. Мында килә беренче мәртәбә башкырт. Безнең ауыл иң беренчерәк утырған была менә шушы район буенча. Ул чакта әле мында халык булмый, урманлык кына была. Алар килеб утырганда. Жир Башкирияныкы была бу, башкыртларныкы бөтен жир. Аннан соң, әлеге татарларны сукындырган вакытта, аннан киләләр инде татарлар. Татарлар килеб утырып жыялар. Аларны әйтәләр “типтәрләр” тип. Мында ике төрле халык: башкырт, типтәр. Башкырт иң гелек килгән мында. Шуннан соң әйбәт кенә калган ауыллар килә башлаганнар. Безне мында гәйнә тип атаганнар инде, гәйнә жире былган. Утырганы Тол буйы была инде. “Без башкырт” тип кенә йөртәләр инде хәзер мында, “типтәр” дигәнне аны язмыйлар. Кайсы берсе татар тип язылганы бар. Башкыртлар тип йөрөтәбез үзебезне...”
Таш зыярат үҙ эсенә ерләнгәндәрҙең генә түгел, эргәлә ятҡан барлыҡ әруахтарҙың тыныслығын һаҡлай төҫлө. Иман теге донъя барлығын таныуҙан башлана, тиҙәр бит. Ошоно аңлаған халыҡ йәшәй Таныпта. Шуға ла изге урынға әйләнгән таш зыяратҡа улар аят уҡырға, башҡа мәрхүмдәрҙе иҫкә алырға килә. Үҙҙәренең кескәй генә мәккәһенә әйләнгән был урын.
Пермь крайы,
Барҙа районы.


Вернуться назад