Өфөлә Башҡортостандың Диңгеҙ йыйылышы 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүгә 200 йыл тулыу айҡанлы тантаналы сара үткәрҙе.
Ошо уңайҙан баш ҡалабыҙға төрлө тарафтарҙан Башҡортостанда тыуып үҫкән генералдар, адмиралдар йыйылды. Сара Еңеү паркында башланды. Унда һуғыш ваҡытында һәм унан һуң һәләк булған Башҡортостан моряктарына арналған иҫтәлекле комплекс асыу өсөн тәүге таш һалынды. Артабан ҡунаҡтарҙы «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында ҡаршы алдылар. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, барыһын да тәбрикләп, Президентыбыҙҙың ошондай ҙур сара үткәргәндәре өсөн Диңгеҙ йыйылышына рәхмәт һүҙҙәрен уҡып ишеттерҙе.
Башҡортостандың Диңгеҙ йыйылышы етәксеһе Юлай Моратов был сараның республикала беренсе тапҡыр уҙғарылыуын билдәләне.
– Осрашыуға алты Рәсәй Геройы, бер Советтар Союзы Геройы, ун ике адмирал, биш генерал килде. Уларҙың тәжрибәһе бик ҙур. Шуға ла кәңәшләшкәндән һуң республикабыҙҙа генералдар клубы булдырырға ҡарар иттек, – тине.
Байрамда Екатеринбург, Владивосток ҡалаларынан, Ырымбур, Силәбе өлкәһе, Татарстандан Диңгеҙ йыйылышы вәкилдәре ҡатнашты. Силәбенән Валерий Казанцев, бындай кимәлдәге сараны беренсе тапҡыр күреүен билдәләп, һоҡланыуын йәшермәне. Ә бына Әлшәй районынан Вячеслав Антоненко курсташы менән осрашыуына һөйөнөп бөтә алманы. Фойела ҡунаҡтар республиканың Милли һәм Дан музейҙары ойошторған күргәҙмә менән танышты. Ошондай осрашыуҙарҙың йәштәрҙә илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүҙә, хәрби хеҙмәткә әҙерләүҙә файҙаһы ҙур икәнлеге билдәләнде.
И. ҠОЛБАХТИНА.