Эшсе хәбәрсе булдым17.10.2012
Эшсе хәбәрсе булдымФәнзил САНЪЯРОВ, БДУ доценты, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы:
— Яратҡан баҫмама — “Башҡортостан” гәзитенә һөйөү мәктәп йылдарында уҡ тыуҙы. Бүрәнәгә сөй ҡағып, уҡылған һандарҙы шуға бөхтә итеп йыя инем. Әрме сафынан ҡайтҡас, Стәрлетамаҡтағы заводта аппаратсы булып эшләгәндә үҙем дә яҙыша башланым. Хәбәрҙәрем “Фәнзил Санъяров, эшсе хәбәрсе” исеме аҫтында донъя күрҙе. Гәзит шул осорҙа танылған журналист Мөхтәр Тимербулатов менән дуҫлаштырҙы. Ул журналист булып китеүемде теләй ине. Әммә мин уҡытыу эшен һайланым. Бына 40 йылға яҡын Башҡортостан мәғарифына көсөм еткән ҡәҙәр хеҙмәт итәм. Ғүмерем буйы “Башҡортостан”дан айырылғаным юҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, үҙемде унһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым.
Гәзит — минең өсөн яҡын кәңәшсем, серҙәшем, рухташым. Шиғыр, мәҡәлә, ғилми рецензияларым ошо баҫмала даими сығып тора. Лирик шиғырҙар циклы өсөн гәзиттең лауреаты булдым, “Һөйөү һалдың кескәй йөрәгемә” конкурсында еңеү яуланым, йәнә йәмәғәт башланғысында редакцияның ҡор ағзаһы булыуым менән ғорурланам.
Яратҡан баҫмамдың ижад ҡанаттары талымһыҙ булһын, гәзит үҙенең уҡыусыларын йөкмәткеле һандары менән ҡыуандырып торһон. Һәр бер башҡорт зыялыһының, урта һәм юғары һөнәри мәктәп уҡытыусыһының өҫтәл гәзитенә әйләнһен “Башҡортостан”ыбыҙ!


Вернуться назад