Төп бүләк — Башҡортостан Хөкүмәтендә17.10.2012
Төп бүләк — Башҡортостан Хөкүмәтендә11–14 октябрҙә Мәскәүҙә үткән “Алтын көҙ” ХIV Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһенең төп бүләге Башҡортостан Хөкүмәтенә тапшырылды.

Республика Хөкүмәте был юғары наградаға “Күргәҙмәне үҫтереүгә өлөш индергәне өсөн” тигән номинацияла лайыҡ булды. Бөтә Рәсәй кимәлендәге сарала төбәгебеҙҙән 140 предприятие һәм ойошма ҡатнашты. Улар иҫәбенә ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәр һәм эшкәртеүселәр, мәғариф, ғилми учреждениелар, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, шулай уҡ сервис һәм хеҙмәт күрһәтеү предприятиелары инде. Күргәҙмәлә 450 йүнәлеш буйынса 16 төрлө конкурс ойошторолдо.
Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы предприятиелары 400-ҙән ашыу миҙал яуланы. 19 октябрҙә республиканың Ауыл хужалығы министрлығында үтәсәк матбуғат конференцияһында “Алтын көҙ-2012” күргәҙмәһенә йомғаҡ яһала.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад