Ҡайҙа, күпме әҙәм балаһы бер ҡабым икмәккә тилмерә17.10.2012
Ҡушма Штаттарҙың NSA мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, 2004–2005 йылдар араһында көн һайын донъяла 24 мең кеше астан үлгән. Фәҡирлектең сигенә еткән илдәрҙә был хәл әле лә дауам итә. Мәҫәлән, донъяның иң ҡоро ерендә урынлашҡан Нигерияла 1968–1973 йылдар арауығында 100 меңдән ашыу кеше донъя менән хушлашҡан. Берләшкән милләттәр ойошмаһының аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы буйынса эшләү ойошмалары мәғлүмәттәренә ҡарағанда, донъяла 2010 йылда асығыусылар һаны 925 миллион кешегә еткән. Шуларҙың 578 миллионы Тымыҡ океан — Азия төбәгендә йәшәһә, 239 миллионы — Африкала, 108 миллионы — башҡа илдәрҙә. Асығыусыларҙың өстән ике өлөшө ете илгә тура килә: Бангладеш, Ҡытай, Конго, Эфиопия, Һиндостан, Индонезия, Пакистан.
Халыҡтың фәҡирлек сигенә етеп, ҡоролоҡ, йотлоҡ, башҡа тәбиғи көйһөҙлөктәр арҡаһында Рәсәй, донъя тарихында тиҫтәләрсә мең кешенең астан үлеүе мәғлүм. Нимә был: Аллаһы Тәғәләнең гонаһҡа батҡан әҙәм балаларынан ер йөҙөн арындырыуымы, әллә кешенең үҙенең ғәйебеме? Донъяла ҡеүәтле, байлығын ҡайҙа ҡуйырға белмәгән илдәр ҙә бар. Ни өсөн һуң берәүҙәр туйып һикерә, икенселәр астан шешенә? Бер-береһенә ярҙам итешеп булмаймы? Була. Ошо уҡ фекерҙе Берләшкән милләттәр ойошмаһында ла дәлилләйҙәр. Тик әлеге лә баяғы илдәрендәге сәйәси хәлдәр, сиктәренең ябыҡ булыуы ғына ҡамасаулай.
Аслыҡ — тәү сиратта социаль бәлә. Ул хәл ителмәйенсә тороп, бер ни ҙә үҙгәрмәйәсәк. Тик айырма бер генә нәмәлә: ҡайһылыр илдең етәкселеге быны аңлай, ҡайһыһы аңларға ла теләмәй.


Вернуться назад