“Хужалыҡты тергеҙергә ярҙам итәсәкбеҙ”, —тине республика етәксеһе, янғын урынын ҡарағас16.10.2012
“Хужалыҡты тергеҙергә ярҙам итәсәкбеҙ”, —тине республика етәксеһе, янғын урынын ҡарағасБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов йәкшәмбе көнө Иглин районына эш сәфәрендә һайлау барышы менән танышты һәм янғын урынын ҡараны.

Йылҡысылыҡ фермаһында сыҡҡан янғындың эҙемтәләре бик аяныслы. Унда 20-нән ашыу баш инглиз тоҡомло ат, нәҫел үгеҙҙәре һәм башҡа мал һәләк булған. Янғын башланыуы тураһында хәбәр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына таңғы алтыла килә. Ут сығыуын һуң ғына күреп ҡалалар, бина тулыһынса төтөнгә мансылған һәм ауыр конструкциялар ауа башлаған була. Был осраҡта малдарҙы ҡотҡарыу мөмкин булмай. Һәләк булған аттар — хужалыҡта 20 йыл дауамында алып барылған селекция эше һөҙөмтәһе. Янғын сәбәптәре әле асыҡлана.
— Яҡшы тоҡомло аттарҙың һәләк булыуы — йылҡысылыҡ заводы ғына түгел, бөтә Иглин районы өсөн оло юғалтыу. Республика бында тупланған тәжрибәне “Хужалыҡты тергеҙергә ярҙам итәсәкбеҙ”, —тине республика етәксеһе, янғын урынын ҡарағасфайҙаланып, хужалыҡты тергеҙергә ярҙам итәсәк, — тине Рөстәм Зәки улы, янғын урынын ҡарап сыҡҡас.
Артабан республика башлығы Оло Тәләк ауылында 480 урынлыҡ мәктәп менән танышты. Уҡытыусылар менән аралашҡас, ул бында ойошторолған һайлау участкаһы эше тураһында ла һорашты.
Балтика ауылында ла Рөстәм Зәки улын тәү сиратта һайлау барышы ҡыҙыҡһындырҙы. Ул ауыл клубында ойошторолған һайлау участкаһына барып, концерт залы, белорустарҙың тарихи-мәҙәни үҙәге менән танышты, ауыл китапханаларында булды. Һөҙөмтәлә район хакимиәте башлығына һәм ауыл Советы етәксеһенә клуб бинаһын тиҙ арала төҙөкләндерергә ҡушылды.
Ауыл проблемалары ла ситтә ҡалманы. Балтикала төп мәсьәлә — һыу менән тәьмин итеү. Рөстәм Хәмитов ауыл хакимиәте башлығы Венера Каруностан 2011 йылдан алып ауылдарҙы төҙөкләндереү өсөн бүленгән аҡсаның килеп етеү-етмәүе тураһында белеште. Был аҡса иҫәбенә Балтикала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны таҙартылған, урамда яҡтыртыу ҡорамалдары тергеҙелгән, кәрәк урындар кәртәләп алынған. Президент билдәләүенсә, бындай ярҙам ауыл биләмәләренә артабан да күрһәтеләсәк.
Әлфиә ӘЙҮПОВА


Вернуться назад