Тыныслыҡты һаҡлауҙа төп көс16.10.2012
Тыныслыҡты һаҡлауҙа төп көсӨфөлә Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының IX съезы булды. Илебеҙҙә 20 миллион тирәһе мосолман йәшәй. Ислам, православие менән бер рәттән, дәүләттең нигеҙен билдәләгән дин булып тора. Тимәк, ул — тыныслыҡты, йәмғиәт именлеген һаҡлауҙа төп таяныс.

— 225 йыл тирәһе элек, Екатерина II указы буйынса Өфө илдә исламдың рәсми үҙәгенә әүерелә, — тине республика Президенты Рөстәм Хәмитов, съезда сығыш яһап. — Ошо ваҡыт эсендә исламды үҫтереү, дини мәҙәниәтте, мәғрифәтте камиллаштырыу буйынса ҙур эш башҡарылды. Рәсәй ауыр һынау, яҙмышты билдәләр үҙгәрештәргә дусар булған мәлдәрҙә Үҙәк диниә назараты, уның абруйлы эшмәкәрҙәре дәүләттең ышаныслы терәге булды, тотороҡлолоҡто һаҡлап ҡалыу, нығытыуҙа ҙур роль уйнаны.
Рөстәм Зәки улы Мифтахетдин Аҡмулла, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Зыя Камали кеүек мәғрифәтселәр, ишан Зәйнулла Рәсүлев, мөфтөй Ризаитдин Фәхретдинов һәм башҡа ғилем эйәләренең динде үҫтереү, халыҡ араһында таратыуҙа тос өлөшөн билдәләне, уларҙың исеме, башҡарған эше мәңге онотолмаҫына ышаныс белдерҙе.
Ислам үҙәге булараҡ, Өфө бөгөн дә миллиондарса мосолманды берләштерә. Бер үк ваҡытта ул йәмәғәт, хәйриә эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, йәмғиәтте дини экстремизм кеүек ҡурҡыныс “сир”ҙән һаҡлауҙа төп терәк булып тора.
— Ауыр заманда йәшәйбеҙ. Күп социаль-иҡтисади мәсьәлә донъяуи көрсөк шарттарында хәл ителеп кенә ҡалмай, ә киҫкенләшә лә, — тине Президент. — Был, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дошманлыҡ, нәфрәткә ҡоролған киҫкен идеологияны киң таратыуға юл аса. Илдең төрлө төбәгендә, шулай уҡ Башҡортостанда, төрлө кимәлдәге агрессия күренештәре күҙәтелә: дингә ҡаршы структуралар, киҫкен экстремистик йәштәр ойошмаларының эшмәкәрлеге йәнләнә. Күптән түгел булған ваҡиға — Татарстандың дини лидерҙарына ҡаршы һөжүм, яҡташыбыҙ Вәлиулла хәҙрәт Яҡуповтың һәләк булыуы — быға аныҡ миҫал. Дини экстремизмды бөтөрөү бөгөн илдәге иң мөһим, көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Халыҡ араһында аңлатыу эше алып барыуҙа Рәсәйҙең Үҙәк диниә назаратына ҙур ышаныс бағлана. Өҫтәүенә, хәҙер дини ойошмалар үҙ системаһын ирекле үҫтереү мөмкинлеген алды. Дини белем биреүгә ҡағылған федераль программа тормошҡа ашырыла, ислам мәғрифәте һәм мәҙәниәтенә ярҙам фонды булдырылды. Республикала әле биш мосолман уҡыу йорто бар. Уларҙың барыһының да сығарылыш студенттарына дәүләт дипломы бирелә. Шулай уҡ һәр мәсеттә тиерлек башланғыс класс — мәҙрәсә бар.
Ғөмүмән, Президенттың һүҙҙәренсә, йәштәр менән эште көсәйтергә кәрәк. Был йәһәттән яҡшы башланғыстар бар. Әйтәйек, быйыл апрелдә “Ислам. Йәштәр. Киләсәк” тигән форумда мосолман мәғрифәтселегенең үҫеше, исламды таратыуҙың яңы формалары хаҡында етди һөйләшеү һөҙөмтәһендә республика төбәктәрендә “Ислам экстремизмға ҡаршы” исемле акция үткәрелә башланы. Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының йәштәр комитетының эшен дә билдәләргә кәрәк: уның вәкилдәре республиканың йәмәғәт эшендә ихлас ҡатнаша, үҙҙәре лә төрлө саралар ойоштора.
Рөстәм Хәмитов съезд эшен юғары баһаланы, уны ойоштороуға күп көс һалған Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдинға рәхмәт белдерҙе. Сарала ҡатнашҡан Рәсәй һәм БДБ мосолмандарының төбәк диниә назараттары, Халыҡ-ара ислам ойошмалары етәкселәре һәм башҡа вәкилдәр тыныслыҡты, именлекте һаҡлау өсөн үҙ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү, берләшеү мөһимлеген билдәләне.
Дилбәр ИШМОРАТОВА


Вернуться назад