Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр...16.10.2012
Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр......Анна Ивановна Самойлова был урамда ярты быуат самаһы йәшәй. Йорто эргәһендә урынлашҡан ыҡсым ғына сквер, эргәләге мәктәп, иман нуры таратыусы сиркәү ҙә күңеленә шундай яҡын, шуға күрә һәр үҙгәреште күҙәтеп-белеп тора. Әйткәндәй, ташландыҡ хәлдә тиерлек ҡалған скверҙы төҙөкләндереү эше башланғас, унан да нығыраҡ ҡыуанған кеше булмағандыр: көн аяҙ саҡта ағастар күләгәһендә ял итеүҙән дә уңайлыһы бармы ни?

Һүҙ Өфө ҡалаһының Совет районында урынлашҡан сквер хаҡында бара. Быйыл билдәле рәссам, Башҡортостан дәүләт художество музейына нигеҙ һалыусы РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Михаил Нестеровтың тыуыуына 150 йыл тулды. Ошо айҡанлы баш ҡалала төрлө саралар ойошторолдо, шул иҫәптән Ленин урамында урынлашҡан скверға мәшһүр ҡылҡәләм оҫтаһының исемен биреү хаҡында ҡарар ҙа ҡабул ителгәйне. Бер нисә ай барған төҙөкләндереү эштәренән һуң, бында йәйәүлеләр өсөн махсус юлдар, яҡтыртыу системаһы, ял итеү өсөн эскәмйәләр барлыҡҡа килде. Сентябрь аҙағында скверҙы рәсми асыу тантанаһы үтте. Тантанала Михаил Нестеровтың ейәнсәре Мария Титова ла ҡатнашып, шыршы ағасы ултыртҡайны.
Үткән шәмбелә иһә тиҙ арала өфөләрҙең яратҡан ял итеү урынына әүерелгән скверҙа "Йәшел Өфө" экологик акцияһы ойошторолдо. Сарала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты. Республика етәксеһе Өфө мэры Ирек Ялалов, Совет районы хакимиәте вәкилдәре, мәктәп уҡыусылары һәм башҡа әүҙемдәр менән бергә ағас ултыртты, баш ҡаланың парк һәм скверҙарын 10 мең ағас һәм ҡыуаҡ менән тулыландырырға ниәтләгән "Йәшел Өфө" ойошмаһының алдынғылары менән аралашты. Әйткәндәй, мәктәп уҡыусылары республика етәксеһенә үҙенсәлекле бүләк тә әҙерләгәйне: сквер эргәһендәге 8-се мәктәптә уҡыусы Ольга Ҡудашева үҙе ижад иткән, Өфөгә һәм Нестеровҡа бағышланған шиғырын уҡып ишеттерҙе.Телгә алынған белем усағына килгәндә, Рөстәм Хәмитов уның хәл-торошо менән дә ҡыҙыҡһынды. 1938 йылда төҙөлгән дүрт ҡатлы бинала 300 бала белем ала. Әммә киләһе йыл 75 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк мәктәпкә капиталь ремонт талап ителә. Ошоға бәйле, Рөстәм Зәки улы:
– Мәктәптәрҙе яңыртыу һәм төҙөү буйынса бер нисә йылға иҫәпләнгән ҡала программаһын булдырыу зарур. Уның буйынса Өфөләге авария хәлендәге мәктәптәргә алмашҡа йылына ике-өс белем усағы сафҡа индерелергә тейеш, – тине.
...Киләһе йыл яҙ яңы скверҙа йөҙҙән ашыу йүкә үҫентеләре тирә-йүнде йәшеллеккә күмәсәк, быға тиклем үҫкән олпат ағастарҙың ышығында иркәләнеп кенә тамырын нығытасаҡ.
"Өфө йүкәләре, беҙҙең хаҡта ла әле
Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр..."
Тиҫтәләрсә йыл дауамында төрлө быуын йырсылары яратып башҡарған, ысын мәғәнәһендә халыҡ йырына әүерелгән әҫәр баш ҡаланың йәме булған йүкәләрҙе данлай. Баш ҡалабыҙҙың үҙенсәлекле символына әйләнгән ағастар ошо әһәмиәтле сараны ойоштороусылар хаҡында ла иҫкә төшөрөп торасаҡ әле.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА


Вернуться назад