Ҡотҡосолар билдәле…16.10.2012
Уларҙы яуапҡа тарттырыу фарыз

Ошо көндәрҙә “Вести. Дежурная часть” тапшырыуы Башҡортостан буйынса эске эштәр министры урынбаҫары Руслан Шәрәфетдиновҡа ҡара яҡҡан сюжет менән сығыш яһаны. Был яңылыҡ булманы: бер нисә ай элек ошоға оҡшаш тапшырыу күрһәтелгәйне инде. Тик ҡотҡосолар маҡсаттарына өлгәшә алмағандыр, күрәһең. Шикһеҙ, бындай ҡотҡо саралары халыҡ араһында полиция хеҙмәткәрҙәренең абруйын төшөрә, ышанмаусанлыҡ тыуҙырыу өсөн нигеҙ булып тора. Шуға ла Михаил Закомалдин йәнә эске тикшереү үткәрергә бойорған. Был эш менән Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының именлек хеҙмәте шөғөлләнәсәк.

Беренсе тапшырыуҙан һуң Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Михаил Закомалдин шунда уҡ журналистарҙы матбуғат конференцияһына йыйғайны. Шул саҡта:
– “Рәсәй–1” телеканалы һеҙҙең урынбаҫарығыҙ Руслан Шәрәфетдиновҡа ҡара яҡты. Ә һеҙ уға ышанаһығыҙмы? Ғөмүмән, тапшырыуҙан һуң ниндәй саралар күрелде? – тип һорағайны “Уфа 1” сайты хәбәрсеһе. (Тапшырыу сюжетында Шәрәфетдинов үҙ вазифаһы менән файҙаланып, миллионлап аҡса эшләүе, полицияның “Криминальный спектр” гәзитен “кеҫә гәзитенә” әйләндереүе, медиамагнат булыуы тураһында һүҙ барғайны. — Авт).
– Ышанмаһам, бөгөн Руслан Шәрәфетдинов минең эргәлә ултырмаҫ ине. Нисек кенә булмаһын, эске тикшереү үтте. “Вести. Дежурная часть” тапшырыуы хәбәрселәре килтергән факттар дөрөҫлөккә тап килмәй. Эске тикшереүҙән тыш, был мәсьәлә менән Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты ла шөғөлләнә. Һөҙөмтәләр менән таныштырырбыҙ.
– “Криминальный спектр” – дәүләт гәзите. Уны ойоштороусы – Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы. Йыл һайын гәзитте контроль-ревизия органдары тикшерә, уның эшмәкәрлеге асыҡ. Сюжетта шәхсән миңә һәм ведомствоға ҡағылған мәғлүмәттәр һәм факттар йә ныҡ боҙолоп бирелгән, йә бөтөнләй дөрөҫлөккә тап килмәй. Намыҫ һәм абруйҙы яҡлар өсөн судҡа мөрәжәғәт итергә йыйынабыҙ, – тигәйне Руслан Михайлович.
Министрлыҡ эргәһендә булдырылған йәмәғәт советы ла йәмғиәттә ҙур шау-шыу тыуҙырған хәлдән ситтә ҡала алманы. Улар фекеренсә, был акцияны полициянан төрлө сәбәптәр арҡаһында эштән ебәрелгән кешеләр ойошторған.
Телерепортажда телгә алынған ғәйепләүҙәрҙең дөрөҫлөккә тап килмәүен быға тиклем ойошторолған тикшереүҙәр раҫланы, ләкин ҡотҡосолар тынысланырға уйламай шикелле.
Лилиә НУРЕТДИНОВА.


Вернуться назад