Матурлыҡ таҙалыҡтан башлана16.10.2012
Матурлыҡ таҙалыҡтан башланаСибай — республикала иң төҙөк, гүзәл ҡалаларҙың береһе. Матурлыҡтың таҙалыҡтан башланыуы бер кемгә лә сер түгел. Был йәһәттән сибайҙар һынатмай: әленән-әле ҡаланы сүп-сарҙан таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса экологик өмәләр үткәрелеп тора. Көндәр аяҙ һәм ҡоро торһа, бындай мөһим эш октябрь аҙағына тиклем дауам итәсәк.

Халыҡтың яҡшы шарттарҙа йәшәүе өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырыла. Быйыл йорт ихаталарына асфальт түшәү өсөн 2 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған.
Ниһайәт, соҡор-саҡырлы урамдар проблемаһы яйлап хәл ителә башланы. Төйәләҫ, Алтын, Таулы, Сармат, Арҡайым, Көньяҡ ҡасабаларының бер нисә урамына ҡырсынташ түшәлде. Шулай уҡ урамдарҙы яҡтыртыу линияларын төҙөкләндереү өсөн 12 миллион һум аҡса бүленгән. Йәй башында төҙөлөп файҙаланыуға тапшырылған, Матурлыҡ таҙалыҡтан башланаҡалаға йәм һәм матурлыҡ өҫтәгән берҙән-бер фонтандың Таусылар проспектында барлыҡҡа килеүен сибайҙар ҡыуанып ҡаршы алды. Ул тиҙ арала йәше-ҡартының, бала-сағаның иң яратҡан урынына әүерелде. Ҡала ҡунаҡтарына ла был мөғжизәле урын оҡшай, уның матурлығына һоҡланыусылар бихисап. Күптәрҙең күңеленә хуш килгән, сәскәләр үҫтереү өсөн махсус эшләнелгән “Альп тауҙары” теҙмәһе йәй буйы урамдарҙы йәмләп торҙо. Белов урамында барлыҡҡа килгән Йәштәр скверы ысын мәғәнәһендә егет һәм ҡыҙҙарҙың яратҡан урынына әйләнде. Матур ҡоймалар менән уратып алынған, эскәмйәләр ҡуйылған, тирә-яғы йәшеллеккә күмелгән ял урынында йәштәр таныша, аралаша.
Ҡаланың матурлығы унда йәшәүселәрҙең үҙенән тора. Был хәҡиҡәтте сибайҙар яҡшы аңлай һәм үҙҙәре йәшәгән ерҙе һәр саҡ бөхтә, күркәм итеп күреү өсөн тырышлыҡ һала.
К. ИШБУЛДИНА.
Сибай ҡалаһы.


Вернуться назад