“Ике килгән ғүмер”13.10.2012
“Ике килгән ғүмер”Баш ҡаланың “Родина” кинотеатрында дүрт тапҡыр паралимпия чемпионы, башҡорт егете Ирек Зарипов хаҡында ошо исемдәге документаль фильмдың премьераһы күрһәтелде.

Ванкувер. 2010 йыл. Миллионлаған тамашасы, телевизор ҡараусыларҙың, ил етәкселәренең ҡыуанысы сикһеҙ. Шатланмаҫлыҡ та түгел шул. Ошонан алда ғына тамамланған ҡышҡы Олимпия уйындарында яҡташтарыбыҙ әллә ни һөйөндөрә алмағанда, Паралимпиада спортсылары еңеү артынан еңеү яулай. Айырыуса инвалид коляскаһындағы Ирек Зариповтың иҫ киткес батырлығына, ихтыяр көсөнә барыһы ла таң ҡалды. Башҡортостан егете биатлон буйынса 12,5 километр алыҫлыҡҡа уҙышта финиш һыҙығын беренсе булып үтте. Тәүге алтын миҙал! Унан икенсеһе, өсөнсөһө, дүртенсеһе... Кремлдә Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев дүрт тапҡыр донъя чемпионын ихлас күңелдән ҡотлап, уның ҡулын ҡыҫты, күкрәгенә IV дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” орденын таҡты.
Премьераға килгән тамашасыларҙы бынан ике йыл ярым элек булған ваҡиғалар ысын-ысындан тулҡынландырҙы, тетрәндерҙе, ғорурлыҡ хисе уятты.
Алтын еңел бирелмәй. Заманыбыҙ батыры уны өҙлөкһөҙ көрәш, тир түгеү аша яуланы...
Бәләкәйҙән техника ене ҡағыла Иреккә. Училищеның тәүге йылын тамамлағас, атаһы мотоцикл алып бирә. Тап ошо транспортта егет йөк машинаһына килеп бәрелә. Аңына килгәс, ике аяғынан да яҙғанын аңлай. Дүрт ай буйы дауаханала ята. “Хәҙер мин кемгә кәрәк?” тигән ғазаплы һорауҙар уның мейеһен бер туҡтауһыҙ сүкей. Ата-әсәһенең хәстәрлекле ҡарашы, үҙенең ихтыяр көсө арҡаһында Ирек яңынан аяҡҡа баҫырға хәл таба…
Фильмды төшөрөүгә уның режиссеры Вилүрә Иҫәндәүләтова, “Башҡортостан” киностудияһының мөхәррире, сценарий авторы Мәғәфүр Тимербулатов ҙур көс һалған. Утыҙ минут дауам иткән фильм үҙ эсенә ҙур мәғәнә һыйҙырған. Шуға ла уны экранға сығарғансы ике йыл самаһы ваҡыт үтә. Әле күнекмәләрҙә, әле ярыштарҙа йөрөгән батырҙы тотоу еңелдән булмай.
Премьераға фильмдың геройы әсәһе, яҡындары менән килгәйне.
– Тормошта күп нәмә үҙебеҙҙән тора. Ниндәйҙер уңышҡа өлгәшеү өсөн үҙеңде хөрмәт итергә, аямаҫҡа кәрәк, – тине Паралимпиада чемпионы.
И. ХАҠОВ.


Андрей ИВАНЮТА, республиканың спорт һәм туризм министры:
– Паралимпиада спортсыларын беҙ мөмкинлектәре сикләнгән тип әйтергә күнеккәнбеҙ. Бының менән һис килешмәйем. Улар хатта бөтә ағзалары теүәл кешеләрҙән дә юғарыраҡ. Быны яҡташыбыҙ Ирек Зарипов үҙ миҫалында раҫланы. Ул – заманыбыҙ геройы.
Вилүрә ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА, Рәсәй һәм Башҡортостан Кинематографистар союзы ағзаһы, “ТЭФИ-төбәк-2007” премияһы лауреаты:
– Ата-әсәһе елкәһендә йәшәгән, типһә тимер өҙөрлөк ир-аттың хәйер һорашып йөрөүен күреп йән әрней. Был фильмды ҡарағандан һуң кеше уйланырға тейеш. Кәртәләрҙе үтә белергә кәрәк. Маҡсат ҡуйып, матур уйҙар менән йәшәһәң, бөтөн ауырлыҡтарҙы ла йырып сығырға мөмкин. Нәҡ ошо уй-ниәт фильмға тотондорға мәжбүр итте лә инде.


Вернуться назад