Яңы йылда — “Башҡортостан” менән13.10.2012
Яңы йылда — “Башҡортостан” менән“Башҡортостан” күптән ғаиләбеҙ гәзитенә әүерелгән. Уны ирем менән ҡыҙыҡһынып уҡыйбыҙ. Һуңғы ваҡытта баҫманың йөҙө үҙгәрҙе, халыҡҡа яҡынайҙы. “Өлгөрбай яҙмалары”, “Халыҡ тауышы” рубрикалары бигерәк тә файҙалы. Милләтебеҙҙең яҙмышын сағылдырған, ауыл ерендә йәшәгән йүнселдәр һәм уңғандар, өлгөлө ғаиләләр, үҙ эшенең оҫталары тураһында мәҡәләләр ҙә күңелгә ятышлы.

Журналист булараҡ, проблема күтәреү, халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе үткер һәм дөрөҫ һүрәтләү яғындамын. Шуға күрә гәзит биттәрендә уҡыусыны уйландырған, фәһем бирерлек тормошсан мәҡәләләрҙең күберәк күренеүен теләр инем. Ни тиклем уҡыусыға яҡын булһаң, ул да шул тиклем ылыға.
Баҫма эшемдә лә ҙур ярҙамсы — төрлө һорауҙарға яуап табам. Үҙем дә гәзит менән хеҙмәттәшлек итәм. Киләсәктә “Башҡортостан”ды алдырайыҡ, яҙылайыҡ һәм таратайыҡ. Яңы йылдың матур бүләге булып, һәр ғаиләгә килһен ул.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА,
“Һаҡмар” гәзите хәбәрсеһе.
Баймаҡ районы.



Вернуться назад