Ҡаҙаныштарыбыҙ сағыла13.10.2012
Ҡаҙаныштарыбыҙ сағылаБашҡортостан вәкилдәре Мәскәүҙә ХIV “Алтын көҙ” Бөтә Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнаша.

Республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, беҙҙең экспозиция 140 квадрат метр майҙанда урынлашҡан. Милли үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып эшләнгән Башҡортостан стенды төбәктең ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте ҡаҙаныштарын сағылдыра. Етештереүселәребеҙ ит, икмәк, кондитер, һөт ризыҡтарын, бал, ҡымыҙ, минераль һыу һәм башҡа бик күп тауарын күргәҙмәгә ҡуйған. Уларҙың барыһы ла төрлө конкурста ҡатнаша.
“Малсылыҡ” павильонында Башҡортостанда аҫралған мал һәм ҡош-ҡорт урынлаштырылған. Улар араһында Туймазы районындағы “Савва-Япраҡ” йәмғиәтенән тоҡомло ике үгеҙ, Стәрлетамаҡ районындағы Салауат исемендәге ауыл хужалығы кооперативынан һәм Дүртөйлө районындағы “Шишмә” тоҡомсолоҡ заводынан һыйырҙар, “Благовар” ҡошсолоҡ заводынан 11 төрлө ҡош-ҡорт бар.
Йөҙҙән ашыу предприятие һәм ойошма төрлө номинация буйынса конкурста ҡатнашырға теләк белдерҙе. Улар иҫәбенә ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәр һәм эшкәртеүселәр, мәғариф һәм фән учреждениелары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары инә. Республика аграрийҙары 450 йүнәлеш буйынса 20 конкурста ҡатнаша.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад