Хәүефһеҙлек — төп маҡсат13.10.2012
Өфөлә “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында үткән III төбәк-ара экология форумы һәм XVII “Уралэкология. Сәнәғәт хәүефһеҙлеге – 2012” махсуслаштырылған күргәҙмәһе программаһына ярашлы, “Башнефть” асыҡ акционерҙар йәмғиәте вәкилдәре ойошманың экологик сәйәсәте, сәнәғәт хәүефһеҙлеге һәм хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендәге эше менән таныштырҙы. Әлбиттә, хәбәрселәрҙең ойошма вәкилдәренә һорауы күп ине. Уларға “Башнефть” йәмғиәтенең сәнәғәт хәүефһеҙлеге һәм экология, хеҙмәтте һаҡлау департаменты директоры Радик ФӘХРЕТДИНОВ яуап бирҙе.

– Һуңғы осорҙа илдең нефть шламдарын һаҡлау урындарында фажиғәләр булды. Республикала ла шундай объекттар бар. Хәүефле матдәләрҙе эшкәртеү беҙҙә нисек ойошторолған?
– Йыл буйы эшкәртелгән нефттән ҡалған шламды шунда уҡ юҡҡа сығарабыҙ. Быға тиклем 183 мең тонна шлам эшкәртелгән. “Өфөнефтехим” заводында уҙған быуаттың илленсе-алтмышынсы йылдарында амбарҙарға һалынған шлам әле лә һаҡлана. Тиҙҙән улар ҙа эшкәртеләсәк. Ошо маҡсатта беҙҙең белгестәр Болгария, Румыния, АҠШ кеүек илдәргә барып, уларҙағы эш барышы менән танышып, тәжрибә уртаҡлашып ҡайтты ла инде.
– Быйыл ҡоролоҡ арҡаһында республиканың байтаҡ районында халыҡ һыуһыҙ интекте. Ҡайһы бер ауыл-ҡасабаларҙы эсәр һыу менән тәьмин итеүгә “Башнефть” ҙур өлөш индергән, тиҙәр. Ошо программаға айырым туҡталып үтһәгеҙ ине.
– Ысынлап та, 2012 йылда ойошма был йүнәлештә әүҙем эшләне. Йәмғеһе 98,5 миллион һум аҡса тотонолдо. Ауыл-ҡасабаларҙы сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеү өсөн хәйриә программаһын булдырҙыҡ. Уға ярашлы төбәктең 20 районында һәм һигеҙ ҡалаһында һыу һаҡлағыстар, һыу селтәрҙәре үткәреү, скважиналар быраулау һәм башҡа эштәрҙең сметаһы төҙөлдө. Мәҫәлән, Ҡалтасы һәм Шишмә райондарында байтаҡ эш башҡарылды. Ҡалтасы ауылында һыу менән тәьмин итеү системаһы тулыһынса төҙөкләндерелде. Быға 32 миллион һум аҡса сарыф ителде. Шишмә районында иһә Тәпәреш — Әлбәй — Суҡраҡлы ауылдары араһында 10 километр оҙонлоғондағы яңы һыу үткәреү ҡоролмаһы төҙөлдө.
Шишмәләрҙе ипкә килтереүгә лә ҙур иғтибар бүленде. Туймазы, Бәләбәй, Бишбүләк, Саҡмағош, Яңауыл, Краснокама, Ишембай, Благовещен, Дүртөйлө райондарында барлығы 25 инеш таҙартылды.
– Июлдә Яңауыл районында техник сәбәптәргә бәйле торбаларҙан нефть ағып сыҡҡайны. Авария һөҙөмтәһендә 500 квадрат метр майҙанда ауыл хужалығы ере зыян күрҙе. Авария эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн ниндәй саралар күрелгән?
– Беҙҙең белгестәр шунда уҡ эш башланы. Шлам йыйыу урынына 119 кубометр бысраған тупраҡ оҙатылды. Зыян күргән яланға 130 кубометр тиреҫ түгелде.
“Башнефть” — Башҡортостанда ғына түгел, бөтөн Рәсәй кимәлендә ҙур предприятие. Тәбиғәткә килгән зыян күләмен кәметеү буйынса йылдан-йыл ныҡышмалыраҡ эшләйбеҙ. Бының өсөн маҡсатлы программалар төҙөлгән, улар уңышлы тормошҡа ашырыла. 2012 — 2015 йылдарҙа тирә-йүнде таҙартыуға 11,370 миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған.
Л. ҒАФАРОВА
яҙып алды.


Вернуться назад