Бөгөн республика йәмәғәтселеге күренекле дәүләт эшмәкәре Фәйзулла Вәли улы Солтановтың тыуыуына 90 йыл тулыуҙы билдәләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул күптән инде арабыҙҙа юҡ. Башҡортостандың данлы улдарының береһе — Фәйзрахман Зәғәфуран улы Зәғәфурановтан эште ҡабул итеп, ул 23 йыл дауамында БАССР Юғары Советы Президиумына етәкселек итә.
Фәйзулла Вәли улы Солтанов, ул осорҙа парламентарийҙарҙың мөмкинлеге сикләнгән булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостан ҡануниәтенә ҙур өлөш индерә, республиканың социаль-иҡтисади үҫеше өсөн бик күп эш башҡара.
Фәйзулла Солтанов 1922 йылдың 15 октябрендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны, әлеге Ейәнсура районының Байдәүләт ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Стәрлетамаҡтағы педагогия техникумын тамамлағандан һуң, Ейәнсура районы мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн I дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары менән бүләкләнә.
Һуғыштан һуң Фәйзулла Солтанов К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын һәм Мәскәүҙәге КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Йәмғиәт фәндәре академияһын уңышлы тамамлай.
1946–1958 йылдарҙа комсомол һәм партия эшенә йәлеп ителә. 1962 йылдан Бөрө дәүләт педагогия институты ректоры, 1963 йылдан КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитеты секретары була. 1967–1990 йылдарҙа БАССР Юғары Советы Президиумы рәйесе булып эшләй.
Фәйзулла Солтанов Мәскәүҙәге ҙур сараларҙа республикабыҙҙы таныта, юғары партия форумдарында ҡатнаша. Шул осорҙа БАССР-ҙың 7–11-се саҡырылыш Юғары Советы, 1971 йылдан 1990 йылға тиклем РСФСР-ҙың дүрт саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана. Уның республика һәм ил алдындағы тырыш хеҙмәте ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар дуҫлығы, “Почет Билдәһе” ордендары, бик күп миҙалдар менән баһалана. Фәйзулла Вәли улы Солтанов 1992 йылдың 24 ноябрендә оҙаҡ һәм ҡаты ауырығандан һуң 71-се йәшендә вафат була. Ул Өфөләге мосолман зыяратында ерләнгән.
Фәйзулла Солтановтың исеме Ейәнсура районы үҙәге — Иҫәнғолдағы урамға һәм 1998 йылда асылған 3-сө урта мәктәпкә бирелгән. 2002 йылда уның тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы Өфөнөң Энгельс урамындағы 1-се йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйыла. Күренекле дәүләт эшмәкәре оҙаҡ йылдар ошо йортта йәшәгән һәм эшләгән. Фәйзулла Вәли улының тыуған ауылы Байдәүләттәге башланғыс мәктәптә лә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.
Замандаштары уны Башҡортостандың һәм илебеҙҙең ысын патриоты, иғтибарлы, ярҙамсыл иптәш, изге күңелле, баҫалҡы кеше, ышаныслы хеҙмәттәш, үҙенсәлекле, сағыу шәхес булараҡ хәтерләй.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы —
Ҡоролтайҙың ветерандар советы.