Ғәжәп хәлдәр13.10.2012
Ун өс миллион тарта икән Кержаковтың аяғы!

Былтыр “Зенит” футбол командаһы уйынсыһы Александр Кержаков аяғын ҡаймыҡтырғайны. Футбол шахмат уйыны түгел, бында этеш-төртөш, йәрәхәт алыуҙар йыш була.
Күп тә үтмәй, телевизорҙан артист Сергей Шнуровтың концертын күрһәттеләр. Унда Кержаковтың ғәжәйеп дәрт менән түшәмгә етә яҙып бейеүен күҙәткән көйөрмәндәр еңел һулап ҡуйҙы — футболсының аяғы төҙәлгән бит! Баҡһаң, дауахана тупһаһын тапап йөрөгән көндәр өсөн ул 13 миллион евроны кеҫәһенә һалған. Йылына 2 миллион евро (80 миллион һум) алған спортсының уртаса айлыҡ эш хаҡы һаҡланған һәм Социаль страховка фондынан түләнгән. Ғөмүмән, “Зенит” футболсылары 2011 йылда 162 миллион һумлыҡ “дауахана ҡағыҙы” алған икән. Йәғни һәр футболсы ауырыған һәр көнө өсөн 200 мең һумдан ашыуыраҡ аҡса алған. Шулай итеп, Социаль страховка фондының Санкт-Петербургтағы бүлексәһе үҙенең ярты фондын футболсыларға түләгән. Ҡалған яртыһы ҡаланың биш миллионлыҡ халҡына тигеҙ һәм ғәҙел итеп бүленеп бирелгән...
Бығаса Санкт-Петербург халҡы “Зенит” өсөн “ауырый” ине, хәҙер футболсылар бөтөн ҡала өсөн ауырый. Ғәжәп.

“Газпром”: Халк бай йәшәйәсәк

Өфөлә фатир алайым тиһәң, кәмендә 2 миллион һумды сығарып һалырға кәрәк.
Тимәк, ике мең фатирҙың хаҡы 4 миллиард һум самаһы килеп сыға. Тап ошо хаҡҡа (100 миллион евроға) әлеге “Зенит” Халк һәм Витсел атлы ике футбол йондоҙон һатып алды. Халктың эш хаҡы йылына 10 миллион евро тәшкил итә, тиҙәр. Ер ҡуйынынан дөйөм ил байлығын һурҙырып, шуны һатыу менән шөғөлләнгән “Газпром”дан шундай изгелектәрҙе Халк ҡына түгел, тотош халыҡ күрһә икән.

Атым бар — оятым юҡ!

Төркмәнстандың халыҡ яҙыусыһы Гозаль Шагулыева ил президенты Гурбангулы Бердымухамедовтың атына бағышлап... поэма яҙған.
Акхан ҡушаматлы был дөлдөлдөң көс-ҡеүәтен, һомғоллоғон, аҡылын маҡтап туйғандан һуң автор яйлап ҡына ил башлығының даһилығына күсә. Төркмәнстандың үҙәк гәзитендә баҫылып сыҡҡандан һуң был поэма илдә танылыу яулай бара. Әҫәрҙең шәплегенә шик юҡ, бары шағирәгә һорауҙар тыуа. Президенттың яратҡан эте, бесәйе, тутыйғошо ла бар бит, ни өсөн улар хаҡында һаман бер нәмә лә яҙылмаған? Уларҙың аттан нимәһе кәм?
М. МӨХӘМӘТОВ.


Вернуться назад