Гөрләп торҙо “Дуҫлыҡ йәрминкәһе”12.10.2012
Гөрләп торҙо “Дуҫлыҡ йәрминкәһе”“Башҡортостан” сауҙа үҙәге алдындағы майҙанда “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе республиканың милли мәҙәни үҙәктәре менән берлектә байрам ойошторҙо. “Дуҫлыҡ йәрминкәһе” тип аталды ул.

Нимә генә юҡ бында! Башҡорт балы, ит, бәрәңге, кәбеҫтә, борос, ағас үҫентеләре, шәл… Ана, ҡаҙаҡ егеттәре ҡауынын маҡтай, тажиктар – алма-әфлисунын, үзбәктәр кипкән емештәрен тәҡдим итә. Алма менән сауҙа иткән азербайжандар янында ла сират йыйылған.
Ҡаҙағстандан килгән Нурбәк Тажмахановтың да кәйефе күтәренке.
– Халыҡ ҡауынды яратып ала. Кисә Сипайлово баҙарында шаҡтай һаттым. Бөгөн 10 тонна алып килдем, – тине ул, ҡәнәғәт йылмайып.
Һатып алыусыларҙың да кәйефе шәп. “Ҡайһылай яҡшы булды, арзан”, – тигәнерәк һүҙҙәр йыш ишетелә. Һатып алыусы Зәйтүнә Ғәлиәхмәтова ҡыуанып бөтә алмай.
– Ошондай йәрминкәләр ойошторолоуы һәйбәт, – ти ул. – Аҙыҡ-түлекте ҡиммәт тип әйтмәҫ инем. Бәрәңге 11 һум ғына тора. Шул хаҡмы ни ул! Бына ике тоҡ алдым әле.
Һуған һатҡан тажик егете Рәхим Азизов янында ла халыҡ ҡайнай. Архангелдән килгән Байрас Нуриевтың балын иһә сират тороп алдылар.
Гөрләп торҙо йәрминкә. Ҡала халҡы ҡышҡылыҡҡа осһоҙ хаҡҡа аҙыҡ-түлек алып, ә һатырға килеүселәр аҡса эшләп ҡыуанды. Майҙанда төрлө милләт таланттарының йыр-моңо байрамды йәмләне.
В. ҒАФУРОВ.


Вернуться назад