Байрам нисек үтте?12.10.2012
Баймаҡ

Республика көнөн баймаҡтар һәр саҡтағыса күтәренке күңел менән ҡаршыланы. Үҙәк майҙанда байрам уңайынан ауыл хужалығы йәрминкәһе ойошторолдо. Тантанала сығыш яһап, район хакимиәте башлығы Илшат Ситдиҡов майҙанға йыйылыусыларҙы байрам менән тәбрикләне. Ниндәй байрам бүләкһеҙ булһын инде! Был юлы “Водоканал” һәм “Йылылыҡ селтәре” йәмғиәттәренә өр-яңы махсус техниканың асҡыстары тапшырылды.

Йылайыр

Район үҙәгендә байрам айҡанлы еңел атлетика кросы булды, ауыл хужалығы йәрминкәһе ойошторолдо. Тантаналы йыйылышта район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин хеҙмәт алдынғыларына Маҡтау ҡағыҙҙары һәм ҡиммәтле бүләктәр, йәш ғаиләләргә торлаҡ сертификаттары тапшырҙы. Башҡортостан Республикаһының элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Марат Ғәзизов Йылайыр районының йәш граждандарына паспорт тапшырҙы.

Баҡалы

11 октябрҙә район үҙәгенең Нуркаева урамы һәм Ноғайбәк ауылы халҡы икеләтә байрам рухы кисерҙе, сөнки бында газ үткәреү эше тамамланып, “зәңгәр яғыулыҡ” һәр өйҙә ҡабынды.
Байрам уңайынан ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәһе ойошторолғайны, унда ауыл уңғандары менән бер рәттән бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр, халыҡ кәсептәре оҫталары үҙ тауарҙарын тәҡдим итте.

Илеш

Был көндө Үрге Йәркәйҙең 1-се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны Камил Камалов призына шахмат турниры үтте. Район үҙәгендәге 2-се балалар-йәш үҫмерҙәр спорт мәктәбендә ауыл Советы ауыл биләмәләре спортсылары араһында йөҙөү буйынса ярыштар булды. Үрге Йәркәйҙең яңы баҙар майҙаны ла байрам йәрминкәһенән гөрләп торҙо.


Вернуться назад