“Гимн минеке түгел, ул — халыҡтыҡы!12.10.2012
Республикабыҙҙың дәүләт байрамдары, юғары кимәлдәге спорт ярыштары айҡанлы тантаналарҙы һәм рәсми сараларҙы Башҡортостан гимны менән башлап ебәрергә күнегелгән. Ошо көндәрҙә республиканың дәүләт символдары — гимн менән герб тураһында закондар ҡабул ителеүгә 19 йыл тула. Республика көнө алдынан Башҡортостан гимны авторы Фәрит Иҙрисов “Башҡортостан”ға ҡунаҡҡа килде. Форсаттан файҙаланып, уның менән ҡыҫҡа ғына әңгәмә ҡороп алдыҡ.

— Гимн ҡабул ителгән көндө әле лә яҡшы хәтерләйһегеҙҙер, моғайын?
— Әлбиттә! 1993 йылдың 12 октябрендә Гимн менән Герб бер юлы ҡабул ителде. Юғары Советтың 20-се сессияһында булды был хәл, хатта ваҡытын да беләм — сәғәт көндөҙгө 12 ине. 15 йыл үткәс, 2008 йылда, уның һүҙҙәре лә раҫланды.
— Гимндың тексы менән ҡәнәғәтһегеҙме?
— Был бик ҙур коллектив эш булды, арҙаҡлы шәхестәребеҙ, шағирҙарыбыҙ ҡатнашты. Урыҫ теленә тәржемә иткәндә үҙем дә ярҙамлаштым. Эйе, һүҙҙәре менән ҡәнәғәтмен һәм ризамын.
— Сит илдәрҙә гимнды халыҡ яттан белә, ә беҙҙә был күҙәтелмәй. Сәбәбе ниҙә икән?
— Ысынлап та, сит илдәрҙә гимн һүҙҙәрен һәйбәт беләләр, хатта ҡушылып йырлайҙар. Әле Рәсәй гимнын да ятлап алыусылар арта башланы. Беҙҙекенә килгәндә, бәлки, уның әлегә киң таралмауындалыр сәбәп.

— Ә нисек таратырға?
— Балалар баҡсаһынан, мәктәптән үк уҡытырға кәрәктер. Ул артыҡ ауыр һәм ҙур күләмле әҫәр түгел. Белеүемсә, Мәрйәм Бураҡаеваның “Тормош һабаҡтары” китабына һүҙҙәре индерелгән, шулай булғас, уҡыусыларҙың ҡул аҫтында бар. Күп нәмә тәрбиәнән килә: балала бәләкәстән ватансылыҡ, гражданлыҡ хисе тәрбиәләргә кәрәк. Тап гимнды белеү, герб менән флагка ихтирамлы ҡараш — ошоноң нигеҙе.
— Гимн оҙаҡ яҙылдымы?
— Дөрөҫөн генә әйткәндә, ярты сәғәт эсендә тыуҙы! Ысын-ысын. Ни өсөн тигәндә, мин уны ғүмерем буйы күңелем түрендә йөрөткәйнем. Унда минең барлыҡ ҡарашым, хистәрем, тойғоларым тупланған. Әле Дәүләт суверенитеты тураһындағы декларация ҡабул ителгәнгә тиклем үк үҙаллылыҡ тураһында хыялланып йөрөнөк. Ә үҙем, хәрби музыкант булараҡ, бәләкәй саҡтан республикабыҙға гимн кәрәк тигән уйҙы күңелемдә йөрөттөм.
— Берәй урында гимн уйнағанын ишетһәгеҙ, ниндәй тойғо кисерәһегеҙ? Уны үҙегеҙ яҙғас, ғорурлыҡтыр, моғайын...
— Ижад кешеһе әҫәр өҫтөндә эшләгән саҡта ғына ул уныҡы. Ошо ижадының емешен тағы бер кешегә күрһәтһә, ул инде һинеке булыуҙан туҡтай. Ә халыҡ үҙ иткән, закон нигеҙендә ҡабул ителгән дәүләт символы булып китһә, ул дөйөм халыҡтыҡына әүерелә. Бик тулҡынландырғыс хистәр кисерәм, һүҙ менән генә аңлатып булмай...
— Гимнды яҙғанда күҙ алдығыҙҙа ниндәй образдар тыуҙы?
— Был һорауығыҙға ла аныҡ ҡына яуап биреп булмай. Күҙ алдымда Башҡортостаным булды. Музыка белеме булғандар, ноталар менән таныш кешеләр һиҙәлер — унда боролоштар бер өҫкә уҡтала, бер аҫҡа төшөп китә кеүек. Бында, ғөмүмән, Урал тауы образы ята.
— Бер урынында көй урғылып-урғылып киткәндәй тойола, һәм ҡурай тауышы асыҡ ишетелә...
— Гимн ҡурай өсөн махсус яҙылды. Халҡыбыҙҙың төп уйын ҡоралынан тыш гимнды күҙ алдына ла килтереп булмай. Ысынлап, тап ҡурай уны үҙенсәлеклерәк итә, беҙҙең халыҡтың күңеленә яҡынайталыр.
Әлфиә ӘЙҮПОВА әңгәмәләште.


Вернуться назад