Кисекмәҫтән хәл итергә. Башҡа юл юҡ12.10.2012
Бөгөн республикала 35 меңдән ашыу ғаилә өс һәм унан да күберәк бала үҫтерә, 13 меңгә яҡыны инвалид бала тәрбиәләй. Уларҙың өстән бер өлөшө ер участкаһы алыу хоҡуғынан файҙаланырға әҙер, былтырҙан был ғаиләләр иҫәпкә ҡуйылған. Тормошҡа ашамы был хоҡуҡ?
Республика йортонда үткәрелгән кәңәшмәлә Башҡортостан Президенты тап ошо ғаиләләргә ер биреү мәсьәләһен күтәреп сыҡты һәм район, ҡала округтары башлыҡтарынан уны хәл итеүҙе тиҙләтеүҙе талап итте.
Бурыс еңел түгел. Закон көсөнә ингәндән һуң ғаиләләргә ни бары 3,5 мең ер участкаһы тапшырылған. Ер бүлеү буйынса эштәргә республика бюджетынан 2012 йылға 67 миллион һум аҡса күсерелгән. Әммә октябрь башына уның бары яртыһы ғына үҙләштерелгән. Ә Бишбүләк, Иглин, Салауат, Стәрлебаш, Тәтешле райондарында бүленгән аҡсаның бер тине лә тотонолмаған. Ҡайһы бер район һәм ҡалаларҙа быйыл күп балалы ғаиләләргә ер участкаһы бөтөнләй бирелмәгән.

Ҙур ҡалалар эргәһендә буш ер биләмәләренең булмауы тағы ла ҡатмарландыра төшә. Әммә Президент һылтау эҙләмәҫкә саҡырҙы: “Беҙ ерҙең һәр квадрат метры иҫәпле Монакола йәшәмәйбеҙ, шулай уҡ ергә ҡытлыҡ кисергән Японияла ла түгел. Барыһы ла беҙҙең яй ҡуҙғалыуға, яуапһыҙлыҡҡа бәйле. Мин муниципалитеттар һәм ҡала округтары башлыҡтарынан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы закондарының мотлаҡ үтәлеүен талап итәсәкмен”.
Башҡортостан ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Рәмил Исҡужин ҙур ҡалаларға яңы ер биләмәләре менән ярҙам итеү мәсьәләһен күтәреп сыҡты. Демографик күрһәткестәрҙең яҡшырыуы менән бәйле льготалы шарттарҙа ер алырға теләүселәр һаны арта. Ишле ғаиләләрҙе өй һалыу өсөн биләмәләр менән тәьмин итеүҙә Благовар, Ғафури, Йылайыр, Благовещен райондары ырамлы аҙымдар яһаған.
Ҙур ҡалаларға мөһим мәсьәләне хәл итеүҙә райондар ярҙамға киләсәк. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡалаһына Стәрлетамаҡ районы хакимиәте тарафынан 400 гектар ер биләмәһе биреү тураһында килешеү төҙөлгән. Мәләүез районы Салауат ҡалаһына ярҙамға киләсәк. Былтыр республикала 9466 ер участкаһы әҙерләнгән, йыл аҙағына тиклем уларҙы хужаларына тапшырып бөтмәкселәр.
Кәңәшмәлә сығыш яһаусыларҙың фекеренсә, эште тотҡарлаусы ҡытыршылыҡтар, аңлашылмаусанлыҡтар байтаҡ. Мәҫәлән, кемдеңдер пропискаһы юҡ, кемдер бер ерҙә йәшәй, икенсе урында теркәлгән, балалар ҙа мәсьәләнең хәл ителгәнен көтөп тора алмай, үҫеп 18 йәшкә етә — был саҡта ниндәй ҡарар ҡабул итергә? Ер менән эш итеүҙә мутлыҡ, алдашыуҙарҙың күплеге лә сер түгел.
Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов ер бүлеп кенә эш бөтмәйәсәген, ә инженерлыҡ коммуникациялары үткәреү өсөн байтаҡ аҡса талап ителәсәген дә белдерҙе. Әле Нуғай, Йылҡыбай, Федоровка, Самохваловка ауылдарында ер участкалары, ә Таптыҡ ауылы эргәһендә ҙур биләмә бүленгән. Баш ҡала мэрын яңы ҡасабаларҙың заманға ярашлы стандарт проекттар менән төҙөлөүе лә, ерҙәрҙең оҙаҡ файҙаланылмай, етемһерәп ятыу осраҡтары ла, планда ҡаралған аҙ ҡатлы йорттар урынына өс-дүрт ҡатлы “хан һарайҙары” ҡалҡыу мәсьәләләре лә борсой. Өфө районының хакимиәт башлығы Рәшит Саттаров ауыл хужалығы ерҙәрен торлаҡ төҙөлөшө маҡсатына күсереүҙең бик яй барыуы менән ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе.
— Беҙҙә һәр квадрат километр майҙанға 28 кеше тура килә. Ер бар. Әгәр ҙә ул спекулянттар ҡулында булһа — тартып алырға, мөмкин түгел икән — һатып алырға, һатып алып булмаһа — яңы биләмәләрҙе үҙләштерергә. Әммә беҙ мәсьәләне хәл итергә тейешбеҙ. Башҡа юл юҡ, — тине Президент.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.


Вернуться назад