Үҙегеҙгә ышанығыҙ12.10.2012
Психологтар һәм табиптар күптән саң ҡаға: магазиндарҙа һатылған уйынсыҡтарҙың күбеһе балаларҙың һаулығы өсөн үтә зарарлы! Мәгәр уларҙы ишетеүсе генә юҡ: ололарҙың үҙ проблемалары етерлек.

Уйынсыҡтарҙың сифаты мәсьәләһе белгестәрҙе яңы сауҙа мөнәсәбәттәре Рәсәй баҙарын яулай башлағандан алып хафаландыра. Тап ошо осорҙа беҙҙең магазиндарҙа сағыулығы менән күҙҙе ҡамаштырған, тауышы менән ҡолаҡты тондорған, еҫе менән тынды быуып алып барған уйынсыҡтар күбәйҙе лә. Улар өсөн махсус сертификация индереү ҙә хәлде еңеләйтмәне – сифатһыҙ тауар баҙар тулы. Әммә... Мәсьәлә атай-әсәйҙәрҙән алып хоҡуҡ һаҡлаусыларға тиклем билдәле булһа ла, күпселек осраҡта хәл зарланыуҙан ары китмәй. Сөнки тейешле экспертиза үткәреү уртаса 5 – 10 мең һумға барып баҫа, унан тыш күпме ваҡыт һәм нервы сарыф итергә тура киләсәк. Тимәк, 100 һумлыҡ шикле уйынсыҡты сүплеккә ташлау күпкә отошлораҡ. Һандарға килгәндә, йыл һайын Рәсәйгә сит илдәрҙән миллиондарса уйынсыҡ индерелә, шуларҙың 100 меңгә яҡыны махсус тикшереү үтә һәм уртаса дүрттән бер өлөшө һаулыҡҡа зыян килтерә тип табыла. Зарарлы тип билдәләнгәндәренең 90 проценты Ҡытайҙа етештерелгән.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Өфөлә лә хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре шикле уйынсыҡтарға тап булған. "Бара-бум" тип аталған тауар Роспотребнадзор идаралығына тикшереүгә ебәрелгән. Әгәр ҙә тауар менән сауҙа итеүсенең ғәйебе иҫбатланһа, уға административ штраф янай.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сит илдән килгән сифатһыҙ уйынсыҡ ағымына дәүләтебеҙ ҡаршы тора алмай әлегә. Шуға күрә төп ышаныс үҙегеҙҙә. Ата-әсәләр, балаларығыҙға ялған сағыулығы менән әүрәткән уйынсыҡтар тоттормағыҙ!

Нәсимә КҮСЕМОВА, Ҡулланыусылар хоҡуғын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары:
– Шикле тауарҙар Өфөләге келәттәрҙең береһендә һаҡланған. Тикшереү өсөн уйынсыҡтарҙы беҙҙең идараға килтерҙеләр. Улар Ҡытайҙа етештерелгән, сағыулығы һәм үтә тауышлы булыуы менән айырылып тора. Тикшереү һөҙөмтәһендә уйынсыҡтарҙың ҡабул ителгән нормаларға ярашлы түгеллеге һәм балаларҙың һаулығына зыян килтереү ихтималлығы асыҡланды. Ғөмүмән, атай-әсәйҙәр бик иғтибарлы булырға тейеш: сауҙа нөктәләрендә сифатһыҙ тауарҙар йыш осрай.


Вернуться назад