Бала үлемдән ҡотҡарылды12.10.2012
Мәскәүҙә Бакулев исемендәге институтта ауыр йөрәк-ҡан тамырҙары сиренән яфаланған 9 йәшлек балаға түләүһеҙ операция яһалды.

Көйөргәҙе районынан Ғәлимовтар ғаиләһенә бушлай дауаланыуға сертификатты “Милләт сәләмәтлеге лигаһы” ярҙамы менән “Берҙәм Рәсәй” партияһы үткәргән “Бала йөрәгенә ҡағыл” акцияһына ярашлы партияның төбәк башҡарма комитетында тапшырҙылар. Ошондай сертификаттар 70-тән ашыу сирле балаға бирелде.
— Һеҙгә ҙур рәхмәт! Мәскәүгә барып ҡайттыҡ, — тине баланың әсәһе Гүзәл Ғәлимова. — Улыбыҙға тыуғас та йөрәге сирле тигән диагноз ҡуйҙылар. Дүрт операция яһанылар. Бер курс дауаланыу 50-60 мең һумға төшә. “Берҙәм Рәсәй” менән “Милләт сәләмәтлеге лигаһы” тапшырған сертификат ҙур ярҙам булды.
Был институтта бушлай дауаланыуға сертификаттар бер генә төбәктә — Башҡортостанда тапшырыла. Күптән түгел Республика кардиология диспансерында ошондай сертификатҡа тағы ла ете бала эйә булды.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад