Мин, Сафа Ҡунаҡбай улы Сатучин, япондарға ҡаршы һуғышта ҡатнаштым, өс йылдан ашыу Төньяҡ Кореяла хеҙмәт иттем. II группа инвалидымын.
“Башҡортостан” гәзитенең ошо йылдың 16 март һанында баҫылған “Ҡабыҡҡыуыш ветераны ҡабыҡ ҡыуышта көн итәме?” тигән мәҡәләлә минең хаҡта, нисек йәшәүебеҙ һәм район хакимиәтенән ниндәй ярҙам һорауыбыҙ тураһында яҙылғайны.
Әммә мәҡәләлә барыһы ла Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Александр Ермиловтың һүҙҙәренән сығып яҙылған, сөнки миңә гәзиттең ул саҡтағы хәбәрсеһе Сибәғәт Рахманғолов менән осрашып һөйләшергә тура килмәне. Минең турала “сама белмәй, урынһыҙ талап итә”, тигән дәғүә белдерелгән. Имеш, комиссия миңә эштәрен акт төҙөп тапшырған, ә мин “дүртле” билдәһе менән ҡабул иткәнмен. Бер ниндәй ҙә комиссия килеп, эште ҡабул итеп алманы. Фәҡәт элекке ауыл хакимиәте башлығы Ринат Әхмәтов соланға ике ишек, ике тәҙрә ҡуйҙыртып, буятып, ҡултамғамды алды.
“Ветеран һораған барлыҡ эште лә башҡарҙыҡ”, — тигән һүҙҙәр ҙә ялған. Төҙөкләндереү эшен башлағанға ике йыл самаһы ваҡыт үтте. Әгәр ҙә эшләргә теләктәре булһа, бер-ике айҙа тамамлаған булырҙар ине. Башҡа ветерандарға ниндәй ярҙам күрһәтелһә, миңә лә шундай ярҙам булырына өмөт итеп, үтенесемде белдергәйнем. Минең ғәйебем ниҙә? Фатир һорамайым бит. Ә Хөкүмәттән фатир алып, унда үҙҙәре йәшәмәгән ветерандарҙың тәртибендә минең эшем юҡ. Фатирҙы кем нисек теләй, шулай файҙалана.
“Бабай яҙыу-һыҙыу эшенә оҫта, беҙҙең өҫтән республика етәкселәренә, Рәсәй Президентына ла яҙып бөттө”, — тигән А. Ермилов. Яҙып та файҙа булмағас, кемгә мөрәжәғәт итергә һуң? Ғаризаларым уларға барып етмәне, ҡайһы берәүҙәргә оҡшаманы, күрәһең. Һәр хатымды Стәрлебаш районы хакимиәтенә ебәреп торҙолар.
Торлаҡ шарттары ҡайтышыраҡ булған ветерандар, ирҙәре һуғышта һәләк булған тол ҡатындар менән сағыштырып, мине оялтырға тырышалар. Әгәр ҙә ундайҙар бар икән, минең ғәйебем юҡ. Барыһы ла урындағы чиновниктарҙың ололарҙы нисек хөрмәт итеүенә бәйле. Мине лә “сама булырға тейеш” тип ғәйепләргә тырышалар. Һис тә саманан сыҡҡаным юҡ. Бәлки, өс саҡрымдан һыу ташып эсеүебеҙ самаһыҙлыҡтың үҙелер?
Хәбәрсе лә: “Эйе, ошо урында А.Ермилов менән килешмәү ҙә мөмкин түгел. Сама булырға тейеш. Бигерәк тә Аллаһ юлында йөрөгән дин кешеһе өсөн”, — тип мәҡәләһен тамамлай. Уның минең менән һөйләшмәйенсә, ауыл халҡы менән кәңәшләшмәйенсә, дин юлындағы эшмәкәрлегем менән танышмайынса, шундай һығымта яһауына һис тә риза түгелмен.
“Кеше һүҙе кеше үлтерә” тигән әйтем дә бар бит әле. Кемде булһа ла ғәйепләү өсөн нигеҙ кәрәк. 86 йәшлек оло кешене тәнҡитләүҙән кемгә фәһем булды?
Сафа САТУЧИН.
Стәрлебаш районы,
Ҡабыҡҡыуыш ауылы.
РЕДАКЦИЯНАН. Стәрлебаш районы хакимиәте проблеманың айышына төшөнөр, ветерандың дәғүәләрен иҫәпкә алыр һәм мәсьәләнең хәл ителеү-ителмәүе тураһында редакцияға хәбәр итер, тип ышанабыҙ.