Төрлө милләттән булыуҙарына ҡарамаҫтан, яҙмыштарын бергә бәйләп, ғүмер юлын ҡулға-ҡул тотоношоп күркәм атлаусы парҙар байтаҡ Илеш районында. Шундай ғаиләләрҙең береһе — Иҫке Күктау ауылында йәшәүсе Әминә менән Виктор Гуковтар.
Әминә Иҫке Күктау урта мәктәбен тамамлағас, ағаһына эйәреп, Үзбәкстан яҡтарына юллана. Джизак өлкәһенең геологтар ҡасабаһына шахтаға эшкә урынлаша. Унда машинист булып эшләүсе татар егете Ринат Хәйруллов менән таныша, күп тә үтмәй, йәштәр ҡауышып, матур итеп донъя көтә башлай.
Бәхеттәрен түңәрәкләп бер-бер артлы улдары Радик менән Рәмил тыуа. Ләкин бәхеткә һөйөнөп, оҙаҡ йәшәргә тура килмәй: Ринат ер аҫтында ҡалып вафат була. Әминә ике бала менән тороп ҡала, донъя һүнгәндәй тойола уға.
Нисек кенә ауыр булмаһын, тешен ҡыҫып түҙә, үҙен ҡулға алып, сабыйҙары хаҡына йәшәй ҡатын. Тормош үҙ ағышына дауам итә. Үҙе кеүек яңғыҙ урыҫ егете Викторҙы осрата.
Яҙмышына буйһоноп, Әминә яңынан ғаилә ҡора һәм яңылышмай: Викторы, балаларын үҙ итеп, матур донъя көтә. Мөхәббәт емештәре булып ҡыҙҙары Вероника тыуа.
Яҙмыш уларҙы Әминәнең тыуған яҡтарына, Иҫке Күктау ауылына, алып ҡайта. Бында әсәһенең йыйнаҡ ҡына өйөндә һыйыналар. Ғаилә башлығы, һаулығы ҡаҡшауға ҡарамаҫтан, “Урожай” йәмғиәтендә төрлө эштә йөрөй, йорт-ҡураһын ҡарай. Әминә Карам ҡыҙы ашнаҡсы ла, Иҫке Күктау урта мәктәп интернатында төнгө тәрбиәсе булып та эшләй. Тәмле итеп ҡамыр аштары бешерә ул.
Туй үткәреүселәр, юбилейын билдәләүселәр Әминә апайға йыш килә. Барыһына ла ваҡыт таба, береһен дә кире бороп ебәрмәй. Баҡсалары тулы еләк-емеш, йәшелсә. Күпләп ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрарға ла өлгөрәләр.
Ер йөҙөнөң ҡайһы төбәгендә генә йәшәһәң дә, тормошта үҙ урыныңды табыу шарт. Виктор сит ерҙән килһә лә, Илеште үҙ итә, яҡын күрә. Урыҫ милләтенән булһа ла, башҡортса ла, татарса ла яҡшы аңлай.
Лира ГӘРӘЕВА
Илеш районы.