“Сәйәхәт мәккәһе” булырбыҙмы?11.10.2012
“Сәйәхәт мәккәһе” булырбыҙмы?Башҡортостандың гүзәллеген шағирҙар шиғыр һәм поэмаларында данлай, яҙыусылар әҫәрҙәрендә мәңгеләштерә. Ысынлап та, республикабыҙ — ҡабатланмаҫ тәбиғәт ҡомартҡыларына, тарихи-мәҙәни урындарға бай төбәк, шуға ла беҙҙең тарафҡа туристар ағымы ла ҙур. Башҡортостанға килеүселәрҙе хеҙмәтләндереү кимәле лә йылдан-йыл күтәрелә.

Туристарҙы ылыҡтырыуҙың файҙаһын етәкселегебеҙ, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, алдараҡ күҙаллай алды һәм 1997 йылдан уҡ тәүгеләрҙән булып “Башҡортостан Республикаһында туристик эшмәкәрлек тураһында” Закон ҡабул итте. Был документ туризм индустрияһын үҫтереү, сәйәхәт итеүселәрҙең ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү, уларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, тәбиғәт, мәҙәни һәм тарихи ҡомартҡыларҙы һөҙөмтәле файҙаланыу, туризм объекттарында яңы эш урындары булдырыу, килемде арттырыу һәм башҡа мөһим йүнәлештәрҙең хоҡуҡи нигеҙен билдәләй. Закон туризмдың үҫешенә ныҡлы нигеҙ булып торҙо, бөгөн тап уның емештәрен йыябыҙ тип әйтергә була.
Һүҙебеҙҙе дәлилләп, йәйгеһен Йошкар-Ола ҡалаһында Волга буйы федераль округы кимәлендә үткән “Волга буйын ас” исемле туристик ресурстар менән таныштырыу фестивален миҫалға килтерәбеҙ. Унда туризм өлкәһен һайлаған эшҡыуарҙар, туроператорҙар, ҡунаҡханалар, шифаханалар ҡатнашты. Башҡортостан делегацияһына республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев етәкселек итте. Жюри ағзалары “Башҡортостан — туризм өлкәһен үҫтереү буйынса иң алдынғы төбәктәрҙең береһе” тигән уртаҡ фекергә килде. Фестивалдә ҡатнашҡандарҙы быйыл йәй Әбйәлил районында асылған “Динозаврик” паркы проекты айырыуса ҡыҙыҡһындырған. Сарала Рәсәйҙең 12 төбәге командалары ҡатнашһа, 22 номинацияла конкурс ойошторолдо, шуларҙың 14-ендә Башҡортостан командаһы 19 призлы урынды яулауға өлгәште.
Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк: Башҡортостанда туризмдың айырым төрҙәре яҡшы үҫешкән. Мәҫәлән, социаль туризмды алайыҡ. Быйыл ғына сит тарафтарҙа 2 мең 200 кеше ял итеп ҡайтҡан. 6 мең 500 юллама бирелгән булһа, шуның 6 меңен файҙаланғандар ҙа инде. Оло йәштәгеләрҙең күпселеге үҙебеҙҙең шифаханаларға өҫтөнлөк бирә, шулай уҡ Краснодар крайына юлланыусылар күп. Шуны билдәләргә кәрәк: республиканың шифахана, курорттарында йылына 250 мең кеше ял итеп ҡайта, ҡайһы берҙәренә хатта сират барлыҡҡа килә. Республикалағы туроператорҙарҙың күбеһенең эске туризм менән генә шөғөлләнеүе лә күп нәмә тураһында һөйләй.
Һуңғы бер нисә йылда туризм тармағының үҫеше яңы һулыш алды. “2011 — 2018 йылдарға Рәсәй Федерацияһында туризмды үҫтереү” программаһының ҡабул ителеүе тармаҡ алдына аныҡ бурыстар ҡуйҙы. Уның ярҙамында инвесторҙарҙы йәлеп итеү, федераль бюджеттан аҡса юллау еңелләшәсәк.
Башҡортостандың башҡа төбәктәр араһында туризм өлкәһендәге абруйын арттырыу өсөн күп эш башҡарыла. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа халыҡ-ара кимәлдәге күргәҙмәләрҙә йыш сығыш яһайбыҙ. Байтаҡ фильм һәм тапшырыу төшөрөлдө, үҙәк матбуғат сараларында ла туризм өлкәһе киң яҡтыртыла. Иҡтисад өлкәһендә иң үҫешкән тармаҡтарҙың береһе ул бөгөн. Шуға ла Башҡортостан Хөкүмәте был өлкәгә эшҡыуарҙарҙы йәлеп итеүҙе уны артабан үҫтереүҙең төп ысулы булараҡ күрә. Туризмға бәйле программаларҙы финанслау һуңғы ике йылда байтаҡҡа артҡан һәм әле 1 миллиард 600 миллион һум тәшкил итә. Шуға ла “Башҡортостан киләсәктә “Сәйәхәт мәккәһе” булырмы?” тигән һорауға һис шикләнмәйенсә: “Әлбиттә!” — тип әйтергә тулы нигеҙ бар.
Лилиә НУРЕТДИНОВА


Вернуться назад