Төп ҡаҙанышыбыҙ — тотороҡлолоҡ11.10.2012
Башҡортостан кимәлендә иң әһәмиәтле байрамдарҙың береһен билдәләйбеҙ. Ошо уңайҙан гәзит уҡыусыларға “Байрам айҡанлы әйтер һүҙҙәрегеҙ бармы?” тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Илнур АБДУЛЛИН, Өфө ҡалаһы:
– Башҡортостан халҡы өсөн, ысынлап та, әһәмиәтле көн был. 90-сы йылдарҙа Советтар Союзы тарҡалып, яңы Рәсәй төҙөлгән мәлдә республика етәкселеге дөрөҫ юлды һайлаған. Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында тәүгеләрҙән булып үҙаллылыҡ юлына баҫты, ошо арҡала илдә барған үҙгәртеп ҡороуҙар, сәйәси-иҡтисади көрсөк республиканы тулы көсөндә ялмап алманы. Шул ауыр йылдарҙа күп нәмәгә өлгәшелде: иҡтисади, социаль, сәйәси тотороҡлолоҡҡа нигеҙ һалынды.
Лилиә ҒӘЛИЕВА, Шишмә районы:
– Күп балалы әсәмен. Өйҙә ултырам. Республика көнө беҙҙең өсөн күптән матур байрамға әйләнде. Уның ял көнө булыуы ла яҡшы. Ғаиләбеҙ менән баш ҡалабыҙ Өфөгә юлланабыҙ. Матур, сағыу байрамда ҡатнашабыҙ, дуҫтар менән осрашабыҙ. Өфө йылдан-йыл күркәмләнә, матурлана. Юлдар киңәйтелгән. Был да халыҡ өсөн эшләнә.
Зөлфиә ХӘЛКӘЕВА, Өфө районы, Авдон мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре:
– Республика көнөндә йыл һайын ихлас ҡатнашабыҙ. Мәҙәниәт йортонда ойошторолған, ун йылға яҡын эшләп килгән “Дуҫлыҡ” ансамблен төрлө сарала ҡатнашырға саҡыралар. Шуға тантаналы байрамдан ситтә ҡалғаныбыҙ юҡ.
Республиканың күптән инде Рәсәй төбәктәре араһындағы мәҙәни мәккәгә әйләнеүен һуңғы йылдарҙағы иң ҙур ҡаҙаныш тип билдәләп үтер инем. Миҫал өсөн Шаляпин кистәрен, Аксаков көндәрен, Нуриев, “Туғанлыҡ” төрки телле театрҙар фестивалдәрен телгә алып китеү ҙә етә. Төбәк кимәлендә үткәрелһә лә, бөтә тарафтарҙа дан алған Салауат Юлаев көндәре, Шәжәрә байрамы, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” һәм башҡа саралар республиканың йөҙөн билдәләй. Башҡалар һымаҡ, беҙ төҙөлгәнде емермәнек, ә һаҡлап ҡалдыҡ. Шуға ла үҫеш күренә. Был – беҙҙең төп ҡаҙаныш.
Фәйрүзә ҺАМАРБАЕВА, Әбйәлил районы:
– Бынан ете йыл элек күрше Силәбе өлкәһенә килен булып төштөм. Ауылды күреп шаҡ ҡаттым. Беҙҙеке менән сағыштырып та булмай: юл насар, клуб юҡ, мәктәп — күрше ауылда. Колхоз бөтөрөлгәс, күптәр эшһеҙ ҡалған. Урта мәктәп ҡыҫҡартылған, башланғысҡа әүерелгән. Уҡытыусыларҙың күбеһе эшһеҙ. Халыҡ бигерәк ярлы көн күрә. Бер нисә йыл теш ҡыҫып йәшәп ҡараным. Юғары белемем булһа ла, эш булмағас, өйҙә ултырырға тура килде. Аҡсаһыҙлыҡ арҡаһында торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға бер ниндәй ҙә өмөт юҡ ине. Шуға килен булып төшкән урынға таш кеүек батып булманы. Тормош иптәшем менән һөйләштек тә, беҙгә күсеп ҡайттыҡ. Тиҙ арала икебеҙ ҙә эш таптыҡ, йәш ғаилә булараҡ торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратҡа торҙоҡ. Тиҙҙән, Алла бирһә, фатирлы буласаҡбыҙ. Был — республикала алып барылған социаль сәйәсәт һөҙөмтәһе.
Гөлназ ШӘРИПОВА, Белорет районы:
– Өс балам бар. Бәләкәсем менән йыл ярым өйҙә ултырып, эшкә сығырға уйлай инем, ләкин балалар баҡсаһы булмау ҡамасауланы. Бәпесемде баҡсаға яңыраҡ ҡына урынлаштырҙым. Һуңғы осорҙа матбуғатта балалар баҡсалары асылыуы тураһында йыш яҙыла. Республика Президентының был мәсьәләгә ҙур иғтибар бүлеүе ҡыуандыра. Йәш ғаиләләрҙең матди хәле былай ҙа шәптән түгел. Үҙебеҙҙән генә сығып әйтәм. Ике бүлмәле фатирҙы ҡуртымға алып торабыҙ. Ай һайын биш мең һумдан ашыуын хужаға түләйбеҙ. Ипотекаға фатир алһаҡ, уныһына ай һайын ете мең һум китәсәк. Балаларҙы ашатырға, кейендерергә кәрәк. Шуға бер кешенең аҡсаһына йәшәүе ҡыйын. Ошондай мәлдә әсәй кешегә, балаһын баҡсаға биреп, эшкә сығырға кәрәк ине лә…
Ғөмүмән, ҡасандыр төрлө ойошмаларға бирелгән балалар баҡсаһы биналарын кире ҡайтарыу буйынса алып барылған эште ыңғай баһалайым. Республикала йылдан-йыл тыуым арта, был — иҡтисади, социаль тотороҡлолоҡтоң бер күрһәткесе.
Салауат ЮЛДАШЕВ, Салауат районы:
– Бөйөк яҡташыбыҙҙың исемен йөрөткән “Салауат Юлаев” хоккей клубының көйәрмәнемен. Ғөмүмән, республикала спортты үҫтереү буйынса күп эш башҡарыла. Ә беҙҙең команда өсөн төҙөлгән “Өфө-Арена”ны әйтеп тораһы ла түгел. Күҙҙең яуын алып торған уңайлы спорт комплексы. Мөһим матчтарға йөрөргә тырышам. Хоккейҙа ғына һуңғы йылдарҙа күпме ҡаҙаныш! “Салауат Юлаев” Рәсәй чемпионы булды, Гагарин кубогын алды. Унан тыш, беҙҙең Ирек Зарипов, Максим Чудов, Тамара Танһыҡҡужина кеүек билдәле спортсыларыбыҙ бар. Өфөлә алдағы йылдарҙа халыҡ-ара кимәлдәге ярыштар үтәсәк, был һис тә осраҡлы түгелдер.
Л. ҒАФАРОВА яҙып алды.


Вернуться назад