Тормош бер урында ғына тормай, халҡыбыҙҙың матди хәле көндән-көн яҡшыра, хеҙмәтләндереү мәҙәниәтенә лә талап артҡандан-арта. Йәмәғәт туҡланыуын ғына алайыҡ, һуңғы осорҙа күпме ресторан, бар, кафе асылды.
Бөгөн күптәрҙең ошондай махсус туҡланыу, күңел асыу йорттарында ял итеү өсөн матди мөмкинлеге бар. Хәҙер туй, юбилей һәм башҡа тантаналарҙы ла өйҙә үткәрмәҫкә, ә яҡшы йыһазландырылған, зауыҡлы кафе-ресторандарҙа билдәләргә тырышалар.
Ихтыяж булғас, тәҡдим дә табыла. Әммә клиенттар ҙа булғанға ғына риза түгел, тормош алға киткән һайын хеҙмәтләндереү сифатына талапты ла арттыра бара. Тәмле аш, заманса интерьер ғына ҡәнәғәтләндермәй хәҙер, хеҙмәтләндереүҙең сифаты, юғары кимәле, тиҙлеге лә улар өсөн мөһим.
Әйткәндәй, бөгөн ресторатор булыу модала. Бик отошло һөнәр. Хатта көрсөк осоронда ла табыш килтерә. Кеҫәңдә аҡсаң булһа, ресторан асыуҙан да анһат эш юҡтыр кеүек. Ғәмәлдә эш ҡатмарлыраҡ. Төрлө кимәлдәгеләре өсөн дә уртаҡ бер проблема бар: кадрҙарға ҡытлыҡ. Хатта хеҙмәтләндереүсе персоналды (официант, бармен, менеджер) эшкә алыу мәсьәләһе лә ауырлыҡ тыуҙыра. Ә етәксе кадрҙар тураһында һөйләп тә тормайбыҙ, сөнки бөгөн тармаҡты етәкләрлек, үҙ эшен яҡшы белгән, белемле, эшлекле белгестәр бик аҙ. Алдағы йылдарҙа ла хәлдең яҡшыға үҙгәреүе икеле. Рәсәйҙә юғары кимәлдәге белгестәр әҙерләгән махсус уҡыу йорттары юҡ. Нигеҙҙә бөгөн ресторан директорҙары элекке официант, зал менеджеры, бармендарҙан үҫешә. Ә Европала йәмәғәт туҡланыуы индустрияһы күпкә юғарыраҡ.
Баш ҡалабыҙҙа ошондай үҙенсәлекле белемде бары Рәсәй дәүләт сауҙа-иҡтисад университетында ғына алырға мөмкин. Беҙҙеңсә, был да республикабыҙҙа йәмәғәт туҡланыуы индустрияһын үҫтереүҙә тәүге уңышлы аҙым буласаҡ. Йәштәштәребеҙ хеҙмәт баҙарында юғалып ҡалмаҫ өсөн ошо юғары квалификациялы һөнәрҙәргә лә иғтибарын йүнәлтһә, һис отолмаясаҡ тип уйлайбыҙ. Киләсәктә лә уларҙың баһаһы төшмәйәсәк, сөнки йәмәғәт туҡланыуы тармағы үҫешкәндән-үҫешә бара.
А. КӘЛИМУЛЛИНА,
А. ИГНАТЬЕВА,
студенттар.