Мораҡ ауылы эргәһендәге оло юлдан йөрөүселәр йәншишмәгә туҡтамай үтмәй. Берҙән, йәйге эҫелә уларҙы теште ҡамаштырырлыҡ һалҡын, саф һыуы менән ҡыуандырһа, икенсенән, электән ҡалған йола буйынса, уға тәңкә ырғытыусылар, юл уңа тигән ырымға ышанып, сәфәрен артабан дауам итә.
Тере шишмәнән тылсым эҙләүселәргә уңайлы шарттар булдырыу өсөн урындағы етәкселек ошо биләмәлә юл кафеһы төҙөтөп, уға “Йәншишмә” тигән исем биреп, тирә-яғын төҙөкләндергәндән һуң арып-талсығып килгән ял итеп алырға теләүселәрҙең һаны бермә-бер арта. Ә Нөгөш, Йомағужа һыу һаҡлағыстарына, Мораҙым заказнигына Ҡаҙағстан, Ырымбур, Силәбе халҡы “юл ярып” алғас, туҡтап китеүселәрҙең өҙөлгәне юҡ.
Юл йөрөүселәрҙе хеҙмәтләндереү даирәһен киңәйтеү, шулай итеп, заман талабына әүерелә. Һөҙөмтәлә кафела үҙгәртеп ҡороу башлана. Тиҙҙән икенсе ҡатта ҡунаҡхана ла асыласаҡ. Кафеның, юлаусыларҙы көн дә ихлас ҡаршы алып, туйындырып сығарған залынан тыш, район халҡына туйҙар, юбилейҙар һәм башҡа тантаналар үткәреү өсөн 100 һәм 25 урынлыҡ банкет залдары, эшлекле йәки романтик осрашыуҙар өсөн vip-зал бар. Әйткәндәй, матурлыҡтың, зауыҡтың һәм уңайлыҡтың ҡәҙерен белгән йәштәр туйҙарын бындағы иркен, бөхтә залда үткәрә башлаған.
Тәбиғәт ҡосағында ял итергә яратыусыларға ихатала беседкалар ҙа бар. Шишмә сылтырауын, ҡоштар һайрауын, ағастар шаулауын рәхәтләнеп тыңлап, әйҙә, шашлыҡ аша, сәй йәки ҡымыҙ эс. Кәрәк икән, йыр-моңо ла табылыр.
Кафеның ашнаҡсылары клиенттарға төрлө милли аш-һыу тәҡдим итә. Бишбармаҡ, ваҡ бәлеш, ҡыҫтыбый, былау, харчо, хачапурий, борщ һәр кемдең күңеленә хуш килер. Кафе хужалары әйтмешләй, кешеләрҙең янсығына ярашлы ризыҡ әҙерләнә.
“Йәншишмә”нең хеҙмәтләндереү даирәһен киңәйтеү ошонда йәшәгән халыҡ өсөн яңы эш урындарын булдырыу форсатын да биргән.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА
Күгәрсен районы.