Беҙҙе етем итмәне11.10.2012
Беҙҙе етем итмәнеӘсә — Ер йөҙөндәге иң ҡәҙерле кеше. Әсәйемде әле лә ныҡ яратам. Уңғанлығына, матурлығына иҫем китеп һоҡлана торғайным. Алдағы тормошта үҙемде гел уның һымаҡ күрҙем. Әсәйем йомшаҡ ҡулдары менән ҡосаҡлап яратһа, шатланып бөтә алмай инем.
...Ләкин ошолай иркәләнеп, бәхеткә төрөнөп йәшәр ғүмерем оҙаҡҡа барманы. Миңә 11 йәш саҡта һөйөклө әсәйем вафат булды. Ул тормошомдан киткәс, юғалып ҡалдым. Шул уҡ тойғо кескәй туғанымда ла булғандыр, моғайын.
Ошо ҡыйын ваҡыттарҙа өләсәйем беҙҙе ташламаны, үҙ ҡосағына алды. Шуның өсөн уға мәңге рәхмәтлемен. Өләсәйем Фәниҙә Сәғитова 1947 йылда Ғафури районының Абдулла ауылында донъяға килә, бала сағы шунда үтә. Дүрт йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Еҙем-Ҡаранға күсә. Уҡыусы ғына килеш ололар менән бергә колхоз эшенә йөрөй. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙы ул күҙ йәштәрһеҙ һөйләй алмай.
Әсәһе ауырып киткәс, өләсәйем уҡыуын ташлай һәм 16 йәшендә һауынсы булып китә. Артабан ашхана мөдире, һатыусы, ашнаҡсы эшен башҡарып, хаҡлы ялға сыға.
Ҡәҙерлемә хәҙер 65 йәш. Ул ғүмер буйы ал-ял белмәй эшләне, беҙҙе үҫтерҙе, ауырыған саҡтарыбыҙҙа төн йоҡоһон йоҡламай баш особоҙҙа ултырҙы. Уға ҡарап, өләсәйҙәрҙең күҙгә артыҡ күренеп бармаған, әммә ауыр хеҙмәтен баһаларға өйрәндем.
Ул йәш сағында ғаиләһен күп балалы итеп күрергә хыялланған. Бөгөн егерме ейән-ейәнсәре бар, һәр беребеҙ уны бик ярата.
Яратмаҫлыҡ та түгел шул үҙен! Бер минут та тик ултыра белмәй: мал-тыуарын, ҡош-ҡортон ашата, баҡса үҫтерә, өй эсен иһә гөл-сәскәгә күмгән. Мәктәптән ҡайтһаҡ, беҙҙе тәмле аш, йылы һүҙ, яғымлы ҡараш менән ҡаршылай.
Хәҙер мин өләсәйемдең күп эшен үҙ өҫтөмә алдым, уға ял бирәм. Шул арала ул бәйләм бәйләй, матур йырҙар йырлай. Әйткәндәй, моңло тауышлы өләсәйем конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урын алмайынса ҡайтмай.
Ғәзиздәрҙән-ғәзиз кешемдең оҙон ғүмерле, һау-сәләмәт булыуын теләйем. Уның кеүек тырыш, аҡыллы, оло йөрәкле өләсәй береһендә лә юҡтыр ул!
Өләсәйем! Оло әсәйем!
Һин бит тормошом йәме.
Беҙҙе көн дә шатландырып,
Ҡояштай йәшә мәңге!
Гөлназ ЮЛЫҠОВА,
Еҙем-Ҡаран мәктәбенең XI класс уҡыусыһы.
Ғафури районы.


Вернуться назад