“Башҡортостан” гәзитенең 95 йыллығына арнап, төрлө темаға һүрәт конкурсы иғлан иткәйнек. Уның сираттағы ҡатнашыусыһы — Өфөләге Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһының II класс уҡыусыһы Ләйсән Үтәғолова. Ул эшен “Ҡояш йылыһында” тип атаған.
Һеҙҙән дә матур-матур һүрәттәр көтөп ҡалабыҙ, дуҫтар!