Емеш баҡсаһына әйләндерәм11.10.2012
Мин — ауыл ҡыҙы. Сәскәле болондарҙы, матур-матур күбәләктәрҙе, емешле ағастарҙы яратам. Хыялдарым да гүзәллек менән бәйләнгән.
Мин, ҙурайғас, тыуған ауылымды гөл-сәскәгә күмелгән емеш баҡсаһына әйләндергем килә. Яҡын-тирәләге бер сүплекте лә ҡалдырмаҫ, уларҙың урынына алмағас, сейә ағасы ултыртып сығыр инем. Ә емештәрен бер кемдән дә йәлләмәм: балаларға, өләсәй һәм олатайҙарға таратырмын.
Наҙгөл ИСЛАМОВА,
IV класс уҡыусыһы.


Вернуться назад