Һәр кемдең иң ҡәҙерле төйәге — уның тыуған ере. Мин үҙемдең Ҡырғыҙ-Миәкә ауылын ныҡ яратам.
Изге Аҡмулла төйәгендә тыуыуым, йәшәүем менән бәхетлемен. Районыбыҙҙан танылған яҙыусылар, шағирҙар, композиторҙар сыҡҡан. Беҙҙә тәбиғәт тә һоҡланғыс! Һәр төйәк үҙенсә йәмле, әммә Миәкә — иң матуры!
Алһыу ФӘСХЕТДИНОВА,
Миәкәнең 1-се мәктәбе уҡыусыһы.
Миәкә районы