Дәүләтселеккә нигеҙ һалды11.10.2012
Дәүләтселеккә нигеҙ һалдыКөҙҙөң йәмле бер мәлендә Башҡортостандың төп дәүләт байрамын – Республика көнөн – билдәләйбеҙ. Ул илебеҙҙә ике тиҫтә самаһы йыл элек башланған мөһим сәйәси һәм иҡтисади үҙгәртеп ҡороуҙар менән тығыҙ бәйле. Тап ошо көндә Башҡортостан, үҙ иңенә халҡы һәм Рәсәй яҙмышы өсөн оло яуаплылыҡ алып, Дәүләт суверенитеты хаҡында декларация ҡабул итте. Был ваҡиға илебеҙҙә федератив мөнәсәбәттәрҙе заманса камиллаштырыуға башланғыс һалды, шуға күрә 1990 йылдың 11 октябрен тотош ил тарихында ҙур әһәмиәткә эйә булған көн тип баһаларға тулы нигеҙ бар.

Әлбиттә, туҡһанынсы йылдарҙа ҡатмарлы ижтимағи-сәйәси, иҡтисади проблемалар, аҡланмаған өмөттәр, күңел ҡайтҡан осраҡтар ҙа аҙ булманы, әммә Башҡортостан Рәсәй ҡанаты аҫтында үҙаллылыҡ биргән мөмкинлектәрҙе киң файҙаланды, халыҡтың тормошон яҡшыртыуға, уның матди, милли, рухи-мәҙәни һәм башҡа ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә, төбәктең сәйәси абруйын, социаль-иҡтисади ҡеүәтен нығытыуға ифрат күп көс һалынды. Быларҙың барыһы ла Рәсәйҙең федератив дәүләт булараҡ үҫеүенә, именлегенең сағыштырмаса тиҙ арала тергеҙелеүенә булышлыҡ итте. Һөҙөмтәлә илебеҙ егерменсе быуатҡа ышаныслы аҙымдар менән аяҡ баҫты.
Икенсе тиҫтә йылды Башҡортостан яңырған, социаль-иҡтисади һәм сәйәси йәһәттән тотороҡлолоҡҡа өлгәшкән дәүер тип атарға мөмкин. Ошо осорҙа йәшәү сифатының, ысын демократияның ни икәнен белә башланыҡ, халыҡта киләсәккә ышаныс артты, күңелдәрҙә Ватаныбыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо нығынды. Илдә барса халыҡтың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерерлек дәүләт сәйәсәте булдырыуға өлгәшелгән мәлдә Рәсәйҙең халыҡ-ара кимәлдә юғары абруй яулауы, республикабыҙҙың милләт-ара татыулыҡ, социаль именлек төбәге тип танылыуы һис тә осраҡлы түгел.
Һәр заман йәмғиәткә лә, дәүләт етәкселегенә лә үҙ талаптарын ҡуя. Илдең артабанғы үҫешен бөгөн юғары технологияларға бәйләп күҙаллайбыҙ, шуға ла власҡа ошо өлкәлә ҙур тәжрибә туплаған, яңыса ҡарашлы кешеләр килә. Ләкин, Рәсәй ниндәй генә йүнәлеш һайламаһын, ҡеүәтле Федерацияға нигеҙ һалынған, дәүләтселек нығынған, демократия үҫеш алған осорҙоң әһәмиәте һис тә кәмемәй.


Вернуться назад