Яңы юл көҙгөләй ялтырай11.10.2012
Яңы юл көҙгөләй ялтырайРеспублика көнө алдынан ҡыуаныслы ваҡиға булды. Ниһайәт, Өфө – аэропорт юлы ремонтланып бөттө. “Дортранстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөгән 16 километрлыҡ көҙгөләй ялтырап ятҡан юл бөгөн өфөләрҙе, баш ҡала ҡунаҡтарын тулыһынса ҡаршыларға әҙер.

Аэропортҡа илткән юлды ҡабул итеүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты.
Киләсәктә тотош трасса буйлап П формаһында төрлө мәғлүмәт урын алған щиттарҙың конструкцияһы барлыҡҡа киләсәк. Бынан тыш, Яңы юл көҙгөләй ялтырайвидеомониторинг, метео тәьмин итеү системаһы ла ҡуйыласаҡ. “Металлобаза”, “Кооператив аҡлан”, “Ял” кафеһы” туҡталыштарында ер аҫты үткелдәре төҙөләсәк. Чесноковка ауылы боролошонда ла транспорт сиселеше үҙгәртелә. Заманса яҡтыртыу ҡорамалдары яңыртыласаҡ, тротуарҙар һәм бордюрҙар алмаштырыласаҡ. Бөтәһе 14 туҡталыш павильондары урынлаштырыласаҡ. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: бер урында ла светофор булмай. Ағиҙел йылғаһы күперенән алып М-5 Урал трассаһына тиклем юлдың һәр яғын биш-алты полосалы итеп киңәйтеү ҙә күҙаллана.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, юл төҙөлөшө Өфөлә, республикала киләсәктә лә дауам итәсәк, тип белдерҙе. Быйыл Башҡортостанда ошо маҡсатҡа 5,2 миллиард һум аҡса бүленеп, киләһе йылда 10 миллиардҡа етәсәк.
С. ҒӘЛИМЙӘНОВ.


Вернуться назад