Яҡшылар араһында иң көслөләр11.10.2012
Яҡшылар араһында иң көслөләрМатур йола буйынса, йыл һайын Республика көнө алдынан Фән һәм техника өлкәһендә республика дәүләт йәштәр премияһы тапшырыла. Ул — төбәгебеҙҙең йәш ғалимдары өсөн иң абруйлы баһаның береһе. Һүҙ ҙә юҡ, йәштәрҙең техник, тәбиғи һәм гуманитар фәндәр өлкәһендәге хеҙмәттәре артабан республика мәнфәғәтенә хеҙмәт итәсәк. Уларҙы бөгөндән үк тормошта ҡулланырға мөмкин.

Быйыл премияға 41 ғилми эш дәғүә иткән, уларҙың 10-ы техник, 15-е — гуманитар һәм 16-һы тәбиғи фәндәр буйынса. 2012 йылдан башлап премияның күләме өс тапҡырға артты һәм хәҙер 150 мең һум тәшкил итә. Артабан уны ике йылға бер тапҡыр тапшырасаҡтар. Тотош алғанда, был абруйлы наградаға барлығы 17 йәш ғалим һәм ун коллектив лайыҡ булған. Кисә лауреаттар һаны тағы ике кешегә артты. Премияны Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тапшырҙы.
— Йәш ғалимдарыбыҙҙың уңыштары күптәргә мәғлүм. Башҡортостанда абруйлы халыҡ-ара ғилми саралар ойошторола, ғалимдарыбыҙ федераль фондтар менән дә әүҙем эшләй башланы, — тине Рөстәм Хәмитов. — Фән менән етештереү араһында ла бәйләнеш үҫә, ә был бик мөһим. Тимәк, һеҙҙең эшләнмәләр тормошта ҡулланылыш табасаҡ. Республика йәш ғалимдарға ҙур ышаныс бағлай. Уларға ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәтеләсәк.
Еңеүселәр быйыл икәү: Башҡортостан дәүләт аграр университеты профессоры, химия кафедраһы мөдире Регина Исламова менән Өфө дәүләт нефть техник университеты ассистенты, аспирант Әнүәр Вәлиев.
Регина Исламова премияны “Ҙур күләмле синтетик полимерҙар алыу өсөн өр-яңы юғары һөҙөмтәле каталитик системалар ойоштороуға инновациялы ҡараш булдырыу” ғилми-тикшеренеү эше өсөн алды. Ул 28 йәшендә үк докторлыҡ диссертацияһын яҡлаған, 2011 йылдан — профессор. Бихисап ғилми хеҙмәттәр авторы, уйлап сығарыуға өс патенты бар.
Ә Әнүәр Вәлиевкә яңы саҡ 24 йәш тулған. Ул да — күп ғилми мәҡәләләр авторы. Студент йылдарында уҡ Башҡортостан Президенты, Рәсәй Хөкүмәте, Өфө ҡалаһы хакимиәте, “Транснефть” асыҡ акционерҙар йәмғиәте стипендиаты булған. Уның фәндәге уңыштары өсөн башҡа премиялары ла бихисап. Ә әлегеһен — иң абруйлыһын — вибрация һәм сейсмик тәьҫир итеүҙән ҡорамалдарҙы, биналарҙы һәм кешене һаҡлауҙың яңы ысулдарын уйлап табыуға арналған ғилми хеҙмәте өсөн яуланы.
Быйыл гуманитар өлкәлә еңеүсе табылмаған. Жюри ағзалары әйтеүенсә, эштәрҙең сифаты йылдан-йыл юғарыраҡ була бара. Улар араһынан еңеүсене һайлап алыуы ла ауыр.
Әлфиә ӘЙҮПОВА


Вернуться назад