Суверенитетты милли хәрәкәт яуланы11.10.2012
Уйлап ҡараһаң, кисә генә суверенитет яулаған һымаҡ инек. Ысынбарлыҡта шул осорҙан 22 йыл үтеп тә киткән.

22 йыл — ул бер егет ғүмере. Халҡыбыҙҙың милли батыры Салауат Юлаев та шул йәштә халыҡты ихтилалға күтәреп, бригадир дәрәжәһенә еткәс, уның даны тотош Уралға таралды. Әгәр ҙә беҙ Дәүләт суверенитетының нисек яуланғанын ошо 22 йыл эсендә халыҡҡа еткерә алһаҡ, бәлки, әлеге мәлдә йәштәр араһында йөҙҙәрсә Салауатты тәрбиәләр инек. Үкенескә ҡаршы, хәҙерге мәлдә күптәр үҙаллылыҡтың нисек яуланғанын белеп тә бөтмәй...
11 октябрь. Суверенитет нисек яуланды? Килер бер заман, тарихсылар ҙа ошо тема менән ҡыҙыҡһыныр, архивтарҙа эҙләнер һәм тарихтың “аҡ таптарын” табыр. Ә беҙҙең, шаһиттарҙың, өндәшмәҫкә хаҡыбыҙ юҡ. Суверенитетты милли йәмәғәтселек яуланы. Ул ваҡытта Башҡортостан Юғары Советы депутаттарының күбеһе Декларацияны ҡабул итеүгә ҡаршы ине. Мөһим документ Юғары Советҡа баҫым яһау арҡаһында ғына ҡабул ителде.
Суверенитет өсөн киң хәрәкәт 1990 йылдың авгусында уҡ башланғайны, сөнки шул ваҡытта республикаға Борис Ельцин килеп: “Күпме йота алаһығыҙ, шул тиклем власть алығыҙ!” — тип киткәйне. Ошонан һуң бөтә матбуғат сараларында Башҡортостан Юғары Советының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация проекты баҫылып сыҡты.
Беренселәрҙән булып уны Башҡортостандың көньяҡ төбәгендәге милли берекмәләр тикшерә башланы. Бындағы башҡорт халҡы, башҡаларҙан айырмалы, күпкә ойошҡаныраҡ булып сыҡты. Шулай булыуын күп кенә яҙыусыларыбыҙ, ғалимдарыбыҙ ҙа таныны. Өфөлә республика парламентына баҫым яһағанда ла ошо төбәктән килгән милләттәштәребеҙҙең лидерҙары айырылып торҙо.
Бының сәбәбе бер: һәр районда, ҡалала милли берекмәләр төҙөлдө, һәм улар Өфөнән бер ниндәй ҙә күрһәтмә көтөп ятманы.
1990 йылдың 1 сентябрендә Мәләүездә “Көнгәк” ойошмаһы төбәктәге милли берекмәләр вәкилдәрен йыйҙы. Шунда башҡорт ижтимағи ойошмаларының координаторы Сәйфулла Әмиров бөтә ҡалаларҙа, райондарҙа депутаттар менән бергә халыҡты йыйып, Суверенитет тураһындағы декларация проектын тикшерергә тәҡдим итте.
Сентябрь айы иң көсөргәнешле мәлгә әйләнде. Күмертау, Мәләүез, Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Ғафури райондары һәм ҡалаларында “милләтсе” патриоттар менән суверенитетҡа ҡаршылар араһында урындағы матбуғатта, йыйылыштарҙа ҡыҙыу көрәш барҙы. Был сараларҙың барыһында ла “милләтсе” патриоттар уңышҡа өлгәште. Шулай итеп, суверенитет республиканың көньяҡ төбәгендә аяҡҡа баҫып, иң ауыр аҙымдарын яһаны.
Айырыуса Күмертау ҡалаһында суверенитет өсөн көрәш көсөргәнешле барҙы. Бында ҡала “хужаһы”, Юғары Совет депутаты булараҡ, суверенитетҡа ҡәтғи ҡаршы сыҡты. Ҡаланың власть органдарында ла бер ниндәй башҡортто күреү мөмкин түгел ине.
Күмертауҙа күпселек халыҡтың урыҫ телле булыуы ла бик ҡамасауланы. Суверенитет шауҡымы бында килеп еткәс, ҡала түрәләре араһында Күмертауҙы Ырымбур өлкәһенә ҡушыу тураһында хәбәрҙәр ишетелә башланы. Әммә һәр шашыуҙың сиге бар тигән кеүек, бында ла патриоттар тик ятманы, үҙ эшен башҡарҙы. Ҡапыл бер көндө Күмертауҙың автобус туҡталыштарында урыҫтарға ҡаршы башҡортса яҙыуҙар барлыҡҡа килә башланы.
Ошонан һуң ҡалала “Башҡорттар төндә бөтә урыҫтарҙы һуйып сығасаҡ” тигән ҡотҡо таратылды. Ғәйепте суверенитет өсөн көрәш алып барған “Тере шишмәләр” милли берекмәһенән күрә башланылар. Шуға күрә ойошма урындағы матбуғатта был яҙыуҙарға бер ниндәй ҙә мөнәсәбәте булмауын, уларҙы ни бары провокация тип баһалап, үҙ ҡарашын белдерҙе.
21 сентябрҙә “Тере шишмәләр” берекмәһе “Күмерселәр” мәҙәниәт һарайында депутаттар менән бергә Дәүләт суверенитеты тураһындағы декларация проектын тикшерергә халыҡты йыйҙы.
Йыйылышҡа алты Башҡортостан Юғары Советы депутатынан икәүһе генә килмәне. Ҡалғандар менән бергә йыйылышта СССР халыҡ депутаты А.П. Тарасов та ҡатнашты. Бындай дәррәү йыйылышты ҡала хужалары көтмәгәйне. Сығыш яһаусылар суверенитетты яҡланы һәм депутаттарҙы уның өсөн тауыш бирергә саҡырҙы.
Суверенитетҡа ҡаршылар референдум үткәреү тәҡдиме индергәйне, әммә уныһы ла кире ҡағылды. Ҡала “хужаһы” ошо тәҡдимде яҡлап, беҙҙең үткер сығыштар арҡаһында халыҡ алдында оятҡа ҡалды. Ул хатта Башҡортостандың, беренсе автономия булараҡ, Килешеү нигеҙендә барлыҡҡа килгәнен дә белмәгән икән. Йыйылыш шундай юғары кимәлдә үтте, халыҡ әле булһа ла шуны һағынып һөйләй.
Бында депутаттарға суверенитет мәсьәләһен дөрөҫ итеп аңлата белеүҙә йыйылышты алып барған Тимер ағай Ниәтшиндың хеҙмәте ҙур булды.
Ошо ваҡиғаларҙан һуң суверенитет өсөн көрәш Өфөгә күсте. Декларация проектын тикшереүгә арналған Юғары Советтың сессияһы 10 октябргә тәғәйенләнгәйне. Өфөнөң үҙендә лә суверенитетҡа ҡаршы төрлө шовинистик көстәр күбәйҙе. Шуларҙың береһе Айҙар Хәлимдең командаһы булды. Ул Совет майҙанында палатка ҡороп, аслыҡ иғлан итеп ятты.
9 октябрҙә кис Өфөнөң Совет майҙанында суверенитетҡа ҡаршы көстәр митинг ойошторҙо. Әммә шул көндә үк республиканың барлыҡ ҡалаларынан, райондарынан суверенитетты яҡлау өсөн вәкилдәр йыйыла башланы. Митингта ҡатнашыусыларҙың күбеһен улар тәшкил итте. Йыйылған халыҡты ойоштороуҙа Башҡорт йәштәре иттифағы етәкселеге ҙур роль уйнаны. Һуңынан суверенитет яҡлылар, бер колоннаға теҙелеп, Совет майҙанынан ҡуҙғалды. Улар “Суверенитет! Башҡортостан!” тигән оран менән тирә-яҡты яңғыратып, Өфө урамдары буйлап үтте. Колоннаның иң алдынан Зәки Вәлиди байрағын күтәргән Күмертау районы лидеры Спартак Хөсәйенов барҙы...
10 октябрь — сессия башланған мәл. Башҡортостандың Юғары Советы депутаттары йыйылыр алдынан уҡ бинаның тирә-яғын пикетсылар уратып алғайны. Улар тарафынан күтәрелгән лозунгтарҙың, плакаттарҙың күбеһе суверенитет талап итеү ине.
Пикетсылар эргәһендә халыҡ күбәйгәндән-күбәйә барҙы. Улар янына студенттар, артистар, райондарҙан килгәндәр өҫтәлде. Беренселәр булып плакаттар, лозунгтар күтәреп ғафуриҙар баҫты. Һуңынан Салауат ҡалаһынан ике автобусҡа ултырып килгән милләттәштәр ҡушылды. Салауат ҡалаһынан “Аҡбуҙат” ойошмаһы рәйесе Мәжит Әминев үҙе менән улдарын да алып килгәйне.
Сессия башланғас та, депутаттар Декларацияны ҡабул итергә ашыҡманы, ҡайһы берҙәре, мәҫәлән, депутат Корольков, суверенитетҡа ҡаршы сығыш яһап, референдум тәҡдим итте.
Республиканың Юғары Советы Декларацияны тикшереүҙе төштән һуң да дауам итте. Бына ошондай көсөргәнешле ваҡытта Татарстандан килгән ҡунаҡ ҙур роль уйнаны. Уның сессияла суверенитетты яҡлап сығыш яһауы Айҙар Хәлим яҡлыларҙың күптәренең ҡарашын ҡырҡа үҙгәртте. Кискә табан депутаттар, Декларацияның һәр пунктын тикшереп, ҡабул итә барҙы. Ә Юғары Совет бинаһы янында пикетҡа йыйылған халыҡ араһында һаман борсолоу-хәүеф тынманы.
Эңер төшкәс, күптәрҙең һөйләүенсә, Совет майҙанында асығып ятҡан Айҙар Хәлим, үҙенең командаһы менән парламентҡа үтеп инеп, сығыш яһарға уйлаған. Ләкин егеттәр уларҙың береһен дә республиканың Юғары Советы янына яҡын ебәрмәгән. Ә иртәгәһенә, 11 октябрҙә, Юғары Совет Дәүләт суверенитеты тураһында декларацияны иғлан итте. Был беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ ине. Ҡайһы берҙәребеҙҙең ҡыуанысынан хатта күҙ йәштәре лә эркелде. Шул ваҡыт ҡапыл һауа торошо ла үҙгәрҙе. 9-10 октябрҙә көндәр болотло торһа, 11 октябрҙә аяҙайтып ебәрҙе. Әйтерһең, тәбиғәт тә беҙҙең менән бергә ҡыуана ине.
Ирек АГИШЕВ.
Өфө ҡалаһы.


Вернуться назад