Башҡаларға өлгө, бер-береһенә тоғро һәм мөхәббәтле булған, балаларына матур тәрбиә биргән ғаиләләрҙең береһе ул — Гөлфиә менән Таһир Ҡунафиндар. Ғаиләлә баһадирҙай дүрт ул һәм бер ҡыҙ үҫә. Күптән түгел бәхетле ғаилә районда тәүгеләрҙән булып «Һөйөү һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде.
Әйткәндәй, хужабикә 2004 йылда «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булған. Күп бала тәрбиәләгән, дүрт ул үҫтергән әсәгә: “Матур балалар тәрбиәләүҙең сере нимәлә?” — тигән һорауыма Гөлфиә Фазулла ҡыҙы:
— Уның сере ябай — балаларға һөйөү, — тип кенә яуапланы.
Ошо һорауҙы күпме әсәгә бирһәм дә, яуаптары һәр саҡ бер төрлө — балаларҙы яратырға кәрәк. Тик һөйөү нурына сорналған йортта ғына бәхетле бала тыуа, үҫә. Гөлфиә менән Таһир Ҡунафиндар — балаларының яҡын кәңәшсеһе, тәрбиәсеһе. Ғаиләлә проблемалар һәм уй-ниәттәр һәр саҡ уртаға һалып хәл ителә, һәр кемдең фекерен тыңлау, теләгенә ҡаршы килмәү кеүек күркәм сифаттар бәләкәйҙән тәрбиәләнә. Улдары Батыр менән Заһир эшләп йөрөй, Рәшит һәм Рәзиф — әле студенттар. Айгүзәл —мәктәп уҡыусыһы, уҡыу алдынғыһы.
— Балаларҙың холоҡ-фиғеле төрлөсә бит, шуға һәр береһенең йөрәгенә айырым асҡыс кәрәк, — ти Гөлфиә. — Улдарыбыҙҙы атаһы үҙ өлгөһөндә тәрбиәләһә, Айгүзәл күберәк минең янда.
Ҡунафиндарҙың барыһы ла хеҙмәт һөйә, һәр бала хужалыҡ эшендә ярҙам итергә тырыша. Хәйер, шунһыҙ булмай ҙа, сөнки Гөлфиә Фазулла ҡыҙы йәшелсә үҫтереү менән шөғөлләнә, шәхси эшҡыуар. Ул үҫтергән ҡыяр март башында уҡ һатыуға сыға, йәй буйы баҡсаһынан йәшелсә-емеш өҙөлмәй. Төп ярҙамсы көс, әлбиттә, балалары.
Илебеҙҙең ныҡлығы бер-береһенә тоғро, мөхәббәтле, татыу һәм ишле ғаиләләргә бәйле. Шуға ла “Һөйөү һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалының районда тәүгеләрҙән булып Ҡунафиндарға бирелеүе лә юҡҡа түгел.
К. ИШБУЛДИНА.
Әбйәлил районы.