Бөгөн күптәр уға ошо һорау менән менән мөрәжәғәт итә. Уның өсөн ял да, байрам да юҡ, тик заказ ғына булһын. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең үтенесен егет яуапһыҙ ҡалдырмай, уға халыҡ ҙур ышаныс, өмөт менән килә икән, ниңә һорауҙарын ҡәнәғәтләндермәҫкә?!
Кем тураһында әйтә тип уйлайһығыҙ? Хәйбулланың уңған егете, дөрөҫөрәге, «торт бешереүсе» исемен алған Филүз Салышев тураһында булыр һүҙем. Ул үҙен төрлө өлкәлә һынап ҡарай, әммә йыш ҡына ҡаршылыҡҡа осрай йә шөғөлө күңеленә ятмай. Балаларҙың яратҡан ризығы «шәкәрле мамыҡ» әҙерләп, уны һатыуға сығарып та, үҙенең махсус рецебы буйынса кекс бешереп тә ҡарай. Бер саҡ Яңы йыл байрамы алдынан таныштарының береһе уға торт бешерергә заказ бирә. Бешерә ул тортты, бар күңелен һала һәм һөҙөмтә иҫ киткес була! Эшҡыуарлыҡта үҙ юлын таба алмаған егет, ниһайәт, күңеленә яҡын шөғөлдө таба. Татлы ризыҡты өҫтәлгә еткергәнсе байтаҡ мәшәҡәтләнергә тура килә уға. Белемен камиллаштырыу маҡсатында Өфөнөң кондитер цехтарына барып, торт бешереү серен дә өйрәнә. Мастер-кластарҙа һәм семинарҙарҙа ҡатнаша, Орск, Магнитогорск ҡалаларына барып, тәжрибәһен нығыта.
— Клиенттар үҙҙәренең теләгенә ҡарап формаһы, тәме һәм күләме буйынса заказ бирә, — ти Филүз Салышев. — Кемгәлер тыуған көнгә, икенселәренә туй һәм юбилей тантаналарына кәрәк. Барыһының да теләге иғтибарға алына, шунһыҙ булмай, сөнки улар продукцияның сифатына, биҙәлешенә иғтибар итә. Һинең етештергән тәм-томоң һатып алыусыларҙың талаптарына яуап бирергә тейеш, әгәр юҡ икән, клиенттарыңды юғалттың тигән һүҙ. Халыҡ магазин кәштәләрендә төрлө торт һайламай, һинекен хуп күрә икән, тимәк, уның теләген үтәгәнһең.
Ысынлап та, әле Филүз Салышевтың мәшәҡәтле осоро: туйға заказдар килеп кенә тора. Тәүҙә бер ҡатлы, артабан ике ҡатлы торт бешерһә, бөгөн ул өс ҡатлыһын да тәҡдим итә. Көн һайын тиерлек тәжрибә арта, торттың яңы төрҙәре барлыҡҡа килә, ҡул етеҙләнә, заказ да күбәйә. Тик йәһәтерәк өлгөрт. Шуны ла билдәләү кәрәк: Филүз Юрис улы етештергән продукция сифатлы булыуы, төрлө буяуҙар һәм консерванттарҙың ҡушылмауы менән дә иғтибарҙы йәлеп итә. Үҙенең эшендә тик Хәйбулла районынан һатып алынған май, йомортҡа, бал ҡуллана, ондо күрше Ырымбур өлкәһенән һатып ала. Барыһы ла яҡшы кеүек, тик проблемалар ҙа етерлек. Бөгөн уға ең һыҙғанып эшләү өсөн бина кәрәк. Ул сағында заказ буйынса ғына түгел, ә көнөнә бер нисә торт әҙерләү мөмкинлеге тыуыр ине. Кескәй генә кондитер цехы асып ебәрһә, район халҡына тәмле ризыҡты көнөндә үк һатып алыу мөмкинлеге буласаҡ. Әлбиттә, бөгөн кондитер ризыҡтары баҙар тулы, әммә сифаты яғынан әллә ни маҡтарлыҡ түгел. Етмәһә, күрше райондарҙан, йә булмаһа күрше өлкәләрҙән килтерелә. Район хакимиәте етәкселеге, эшҡыуарҙарҙың һәр аҙымын хуплап, ярҙам итергә тырыша. Был юлы ла улар йәш егеттең теләгенә ҡаршы килмәҫ, уға ярҙам ҡулы һуҙыр тигән өмөттә ҡалайыҡ. Татлы ризыҡтарҙы балалар ғына түгел, өлкәндәрҙең дә яратҡанын иҫәпкә алғанда, Филүз Салышевтың торттары тиҙерәк һатыуға сыҡһа, ике яҡ та отасаҡ түгелме һуң?!
Кәримә УСМАНОВА
Хәйбулла районы.