Баш ҡалала 69 йөҙйәшәр барӨлкәндәрҙән дә әүҙем, уларҙан да йылдам, тәүәккәл кеше юҡтыр кеүек. Был фекер халыҡ университеттары тыңлаусылары ассоциацияһы рәйесе Рафиҡ Хәйҙәров менән танышҡандан һуң йәнә нығый төштө.
— Һуңғы осорҙа республикабыҙҙа өлкәндәргә ҡарата иғтибарлы ҡараштың артыуы, мөнәсәбәттең яҡшырыуы һөҙөмтәһендәме, әллә үҙ урынын табырға ынтылғандарҙың ныҡышмаллығымы, хаҡлы ялға сыҡҡан ветерандар хәрәкәте күҙгә күренеп көсәйҙе, — тигәйне ул баш ҡала хакимиәтендә үткән матбуғат конференцияһында. — Мин дә улар менән аралашыуҙан ҙур ҡәнәғәтлек кисерәм. Баш ҡаланың Киров районында ололарҙың аҡылы, көсө менән уҡыу-етештереү комбинаты астыҡ. Рәсәйҙә тәүге башланғыс, тәжрибә мәктәбе ул!
Бер ҡайҙан да финанс ярҙамы алманыҡ, эште бары бағыусылыҡ иҫәбенә ойошторҙоҡ. Аҙаҡ ҡала депутаттары матди ярҙам күрһәтте. Халыҡ университеттарына йөрөүселәр араһында көнкүреш хеҙмәте өлкәһендә эшләгән оҫталар ҙа, урта звено кадрҙары ла, етәкселәр ҙә табылды. Шулай итеп, тәүге аҙымдарҙы кешеләрҙе эшсе һөнәрҙәренә өйрәтеүҙән башланыҡ, социаль хеҙмәтләндереү салоны асып, уны заманса ҡорамалдар менән йыһазландырҙыҡ. Аҙ тәьмин ителгән халыҡҡа мебель ремонтлау, парикмахер, кейем тегеү хеҙмәттәрен күрһәтәбеҙ. Тәүге көндәрҙә клиенттар айырыуса эркелеп килде. Киләсәктә кеҫә телефоны, компьютер ремонтлау менән шөғөлләнергә уйыбыҙ бар.
Өлкәндәрҙең белемен, энергияһын ҡайҙа уңышлы йүнәлтергә, аралашыуға ихтыяжын нисек ҡәнәғәтләндерергә, тормоштарын ниндәй матур биҙәктәр менән тулыландырырға? Баш ҡала хакимиәте, “Өлкәндәрҙең халыҡ университеты” тип аталған республика программаһына ярашлы, хаҡлы ялдағыларҙың ҡулланыусы булараҡ хоҡуҡи белемен күтәреүгә төп баҫым яһаны.
Социаль туризмды үҫтереү буйынса өр-яңы аҙым яһалды. Быйыл 44 кеше Санкт-Петербургка сәфәр ҡылған, 176 ветеран “Павловка” һыу һаҡлағысында ял иткән. Әммә әлегә сәйәхәт итергә теләүселәрҙең барыһының да ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү мөмкин түгел, сират ҙур. Ҡала хакимиәте был өҫтөнлөклө йүнәлешкә иғтибарҙы арттырырға ниәтләй.
Йыл аҙағына тиклем баш ҡаланың һәр районында социаль ашханалар эш башлаясаҡ, әлегә улар өсәү генә. Орджоникидзе, Киров һәм Ленин райондарының комплекслы үҙәктәрендә көнкүреш хеҙмәттәренең ойошторолоуын пенсионерҙар һөйөнөп ҡабул итте, сөнки бында хаҡтар “тешләшмәй” (мәҫәлән, сәс киҫтереү илле һум ғына тора), өҫтәүенә ҡулланып тороу өсөн ярҙамсы хәрәәт итеү ҡорамалдарын алыу мөмкинлеге бар.
Бөгөн биш меңдән ашыу кеше йорт шарттарында социаль ярҙам алыуға мохтаж. Дәүләт тарафынан гарантияланған утыҙҙан ашыу хеҙмәт төрөн социаль хеҙмәткәрҙәр өй буйынса йөрөп күрһәтә. Ҡалала ололар өсөн ойошторолған ике реабилитация бүлексәһендә сәләмәтлекте нығытырға мөмкин.
Ғүмер оҙайлығы буйынса донъя “чемпион”дары — Израиль һәм Япония ҡарттарын ҡасан да булһа ҡыуып етә алырбыҙмы? (Уларҙа уртаса ғүмер оҙайлығы — 81,6 һәм 83 йәш). Өфөлә был күрһәткес ир-ат өсөн — 64, ҡатын-ҡыҙ өсөн 76 йәш тәшкил итә. Шулай ҙа беҙҙә 100 йәште уҙған ете тиҫтәгә яҡын оҙон ғүмерле кешенең булыуы һөйөнөслө. Йөҙйәшәрҙәргә айырыуса ҙур хөрмәт, уларҙың һәр береһенә ҡала башлығы исеменән иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла.
Матбуғат конференцияһында сығыш яһаған ҡала башлығы урынбаҫары Ә. Баҡыева әйтеүенсә, тәрбиәгә мохтаж ҡарттарҙы өй шарттарында ҡарау, дауалау нескәлектәренә өйрәтеү буйынса социаль хеҙмәтләндереүҙең комплекслы үҙәктәре эргәһендә мәктәптәр ойоштороу күҙаллана. “Был мәсьәлә күптән өлгөрөп еткән, беҙ уны йыл аҙағына тиклем хәл итергә тейешбеҙ”, — тине ҡала башлығы урынбаҫары.
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының торлағын ремонтлау, дарыуҙар менән тәьмин итеү һәм өлкәндәрҙең проблемаларына иғтибарҙы йүнәлтеүгә дәүләт, йәмәғәт һәм хәйриә ойошмаларын йәлеп итеү буйынса даими эш алып барыла.
Конференцияла яңғыраған иң ҡыҙыҡлы фекер Өфөлә “дедсад” һәм “бабсад”тар ойоштороу проекты булғандыр. Олатайҙар һәм өләсәйҙәр өсөн аралашыу, буш ваҡытты күңелле үткәреү, режимды дөрөҫ ойоштороу, иң мөһиме — ул-ҡыҙҙары эштә саҡта уларҙың ҡараулы, имен-аман булыуын тәьмин итеүҙе маҡсат итеп ҡуя ул.
Олатай һәм өләсәйҙәр йөрөйәсәк баҡса проекты Мәскәү ҡалаһы тәжрибәһенән сығып эшләнгән. Хыялдар әлегә ҡағыҙҙа ғына булыуға ҡарамаҫтан, проектты хуплаусыларҙың күплеге, мәсьәләнең көнүҙәклеге уның ҡасан да булһа тормошҡа ашасағына ышанысты арттыра.
Динә АРЫҪЛАНОВА