Әсә телендә һөйләшәбеҙ11.10.2012
Әсә телендә һөйләшәбеҙҺаумыһығыҙ, ҡәҙерле яҡташтар! Мин Мәскәү ҡалаһында йәшәйем, быйыл I класҡа уҡырға барҙым.

Атайым Азамат Дәүләтшин Башҡортостандың Федоровка районында тыуып үҫкән, Юрматы ырыуынан. Әсәйем Гөлнара — Баймаҡтан. Улар икеһе лә юғары уҡыу йортонан һуң илебеҙҙең баш ҡалаһында эш башлаған.
Атай-әсәйем тыуған төйәкте бик яратам. Унда иң ҡәҙерле кешеләрем — олатайҙарым, өләсәйҙәрем, туғандарым йәшәй. Тәбиғәт бик матур.
Мәскәүҙә ғүмер итһәк тә, башҡорт телен онотмайбыҙ. Башҡортостандан килгән артистарҙың, йырсыларҙың тамашаларына йөрөйбөҙ. Милләттәштәр төрлө йыйын үткәргәндә, атай-әсәйем мине лә алып бара. Өйҙә тик башҡортса һөйләшәбеҙ.
Барығыҙҙы ла республикабыҙҙың байрамы менән ҡотлайым!
Салауат ДӘҮЛӘТШИН.


Вернуться назад