Иманлы ил11.10.2012
(йыр)
Н. Сәлимов һүҙҙәре,
Г. Ишҡыуатова көйө.

Башҡортостан —
иманлы ил,
Рәсәйҙең ул терәге.
Тыныслыҡта имен йәшәү,
Имен йәшәү —
Халыҡтарҙың теләге.
Башҡорт иле — изге төйәк,
Дуҫ йәшәй барса милләт.
Киң күңелле халҡым өсөн,
Халҡым өсөн
Дуҫлыҡ көсө бик ҡиммәт.
Ҡотло булһын
ҙур байрамың,
Республикам, бергенәм.
Арҡа терәп Рәсәйгә,
Йәшә, ғәзиз ергенәм!


Вернуться назад