Закон ниңә кәрәк?11.10.2012
Ҡыҙҙарҙың өләсәһе депутат булып эшләй, закон сығара. Ейәнсәрҙәре: “Яҙғаныңды уҡып күрһәт”, — тип теңкәһенә тейә торғас, ул ҡағыҙҙарын ҡулына алды. Әммә ҡыҙҙар ниңә уҡытҡан көнгә төштө: тыңлауы күңелһеҙ, күп һүҙе аңлашылмай.
— Өләсәй, һин тәмле бешерәһең, ойоҡбашты матур бәйләйһең, әкиәттәрең ҡыҙыҡ. Ә бына закондарың әллә ниндәй — йоҡоно килтерә, — тине бәләкәстәр. — Кәрәкмәгән эш менән булаһың.
Өләсәләре көлөп ебәрҙе.
— Яңылышаһығыҙ, ҡолонсаҡтарым. Бына һеҙҙе донъяға табибә ҡабул итте — закон буйынса шулай тейеш. Исем ҡушыу менән тәүге документ — метрика бирҙеләр, тимәк, илебеҙҙә йәшәгән кеше тип иҫәпкә алдылар. Беҙҙә бәләкәстәргә ҡағылышлы закон бик күп.
— Ә миңә тигәне бармы? — тип һораша башланы Һәҙиә, ҡыҙығып китеп.
— Бар, әлбиттә. Ҡайһылары буйынса атай-әсәйеңә һине үҫтереү өсөн күпмелер аҡса бирелә. Законы булмаһа, мәҫәлән, балалар баҡсаһына йөрөй алмаҫ инең. Тиҙҙән мәктәпкә барырға әҙерләнәһең. Унда ла барыһы закон, тимәк, ҡағиҙә буйынса эшләнә.
— Бик шәп нәмә икән дә улар, өләсәй!
— Эйе. Закон буйынса сабыйҙар хаҡында күп хәстәрлек күрелә: бихисап мәктәп төҙөлә, күп бәпесле әсәйҙәргә аҡсалата ярҙам бирелә, миҙал менән бүләкләйҙәр. Ана, әхирәтең Зөһрәнең туғандары күп булғас, Президент уларға йорт, бәләкәй автобус бүләк итте.
Һәҙиә эстән генә, үҫкәс, депутат булырмын һәм бик шәп закондар сығарырмын, тип уйлап ҡуйҙы. Улар кеүек бәләкәстәрҙе яратыр, халыҡҡа изгелек эшләр. Иң һәйбәт, иң кәрәкле кеше — һин, тиерҙәр!
Гүзәл СИТДИҠОВА


Вернуться назад