Ғәзиз төйәк11.10.2012
Кейектәрҙе яҡлаған
Ғорур Уҡлығаям бар.
Саф һауаны һаҡлаған
Еҙем тигән йылғам бар.
Аҡ һаҡаллы ҡарт кеүек
Ғорур тау — Аҡташ тора.
Ата-баба бөгөн дә
Һыртында табын ҡора.
Беләмен, һәр төбәктең
Үҙ ҡаяһы, йылғаһы...
Һөттәй аҡ Аҡташ тауы —
Ҡайҙа бар һуң ул тағы!
Фирүз ШӘРӘФЕТДИНОВ.
Ғафури районы