Салауат ҡаршы ала11.10.2012
Баш ҡалаға ингән саҡта
Салауат ҡаршы ала.
Алыҫтарҙан саҡыра ул,
Еңеүҙәргә юл һала.

Васыят ҡалдырҙың беҙгә —
Ерҙе, илде һаҡларға.
Тоғромо халҡыбыҙ бөгөн
Һинең васыяттарға?

Һаҡлаймы күҙ ҡараһылай
Йәйрәп ятҡан киң ерен?
Ҡәҙерләйме ғорурланып
Яғымлы туған телен?

Ҡарлуғас ИСМӘҒИЛЕВА,
З. Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы


Вернуться назад