Шундай матур, яғымлы11.10.2012
Туған телдә көн һайын
Атай-әсәйем һөйләй.
Бишектә ятҡан сабыйға
Өләсәй көйҙәр көйләй.

Шундай матур, шундай ғәзиз,
Яғымлы башҡорт телем.
Рәхәтләнеп һөйләшә алам —
Бар минең башҡорт илем.

Һоҡландыра!

Тыуған илем, һоҡландыра
Йылға-күлең, урман-ҡыр!
Һинән матур, гүзәл ил
Донъяла башҡа юҡтыр.

Гөлнур СОЛТАНБАЕВА,
Ураҙ лицейы уҡыусыһы.
Учалы районы


Вернуться назад